Ошо көндәрҙә Өфөләге 17-се балалар дауалау клиникаһында ятҡан балалар өсөн ысын мөғжизә булды. Был хаҡта «Башҡортостаным/яңылыҡтар» хәбәр иткән.
Баҡтиһәң, 4 декабрь – дауаханала Ҡыш бабайға хат яҙыу байрамы билдәләнгән икән. Шул уңайҙан уларҙы ҡотларға Ҡыш бабай үҙе килгән һәм балалар өсөн был оло тылсымға әйләнгән. Ҡыш бабай кран менән күтәрелеп, тауыш көсәйткес аша балалар менән аралашҡан. Һәм шул мәлдә Ҡарһылыу палаталарға инеп бүләктәр таратҡан. Шулай итеп, ауырыу балаларҙың күңелен күтәргәндәр, Яңы йылда теләктәр тормошҡа ашыуына йәнә инанған балалар өсөн мөғжизәле байрам ойошторғандар.
Фото Башҡортостаным/яңылыҡтар.