Радий Хәбиров мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Был аҡсаны нисек алырға? Уны ҡасан алырға мөмкин? Республиканың мобилизацияланған халҡына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тағы ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?
Ошо һәм башҡа мәғлүмәтте Башҡортостан юлдаш телеканалындағы махсус брифингта һәм социаль селтәрҙәрҙә: Башҡортостан Хөкүмәте: (https://vk.com/bashkortostan_gov ), Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы (https://vk.com/mintrudrb ), Республикаға идара итеү үҙәге: (https://vk.com/tsur_bashkortostan ) табырға була.
Трансляция бөгөн, 5 декабрҙә 19 сәғәттә башлана.