Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2022, 12:30

Яңы йылға бүләккә – 20 мең һум!

Был аҡса мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләһе ағзаларына биреләсәк

Яңы йылға бүләккә – 20 мең һум!
Яңы йылға бүләккә – 20 мең һум!

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләре ағзаларына яңы ярҙам сараһын иғлан итеү менән башланы. Башҡортостан Башлығы указы менән бөтә мобилизацияланғандарға, уларҙың ҡатындарына, бәлиғ булмаған балаларына һәм көндөҙгө бүлектә вузда йәки колледжда уҡыған 23 йәшкә тиклемге балаларына бер тапҡыр 20 мең һум аҡса биреләсәк.

– Нисәнсе ай беҙҙең мобилизацияланған егеттәр өйҙәренән алыҫта. Яңы йыл байрамын да улар үҙҙәренең ғаиләләре менән бергә үткәрә алмай. Шуға күрә уларҙан ғаиләләренә бүләк бирергә булдыҡ. Бының өсөн бюджетҡа аҡса һалынды. Был тап Яңы йыл байрамына биреләсәк. Бүләк беҙҙең һаҡсыларға ярҙам булыр һәм уларҙың ғаиләләрен ҡыуандырыр тип ышанам. Аҡса 26 декабргә тиклем бирелеп бөтөргә тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Мобилизацияланғандарға бер тапҡыр бирелә торған түләү уларҙың аҡсалата тәьминәт алыу өсөн асылған банк иҫәптәренә күсәсәк. Ғаиләләргә түләүҙәр мөмкин тиклем ябайлаштырылған тәртиптә биреләсәк: уларға социаль яҡлау органдары йәки күп функциялы үҙәктәр, йә иһә республика дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғына ғариза биреү етә.

Фото: tuvest.ru

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас