Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2022, 21:30

Ҡырмыҫҡалыла ҙур форум көтөлә

Ниндәй маҡсаттар ҡуя ул?

Ҡырмыҫҡалыла ҙур форум көтөлә
Ҡырмыҫҡалыла ҙур форум көтөлә

“Изге эштәр тыныслыҡты ярата” тигән принцип күптән инде эшләмәй. Тоталь информатизация, технологиялар һәм манипуляциялар шарттарында изге эштәр  үтә күренмәлекте, асыҡлыҡты ярата. Берләшкәс, улар ҙурыраҡ күләмдә һәм сифатлыраҡ итеп был изге эште башҡарыу көсөнә эйә.

“Атайсал” проекты – “Бәләкәй Ватан”ға ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге биргән портал һәм ул Башҡортостандан сыҡҡандарҙы берләштереүгә йүнәлтелгән. Тыуған ер менән бәйләнеште булдырыу, республикабыҙ имиджын нығытыу, ауылдарҙағы проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә маҡсатланған. Ауылдарҙа мәсеттәр төҙөү, сиркәүҙәрҙе нығытыу, спорт һәм балалар майҙансыҡтарын булдырыу, балаларға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, йәштәр менән эшләү һәм башҡа эштәр күҙ уңында тотола.

9 декабрҙә Ҡырмыҫҡалы районы мәҙәниәт йортонда “Минең бәләкәй Ватаным – Атайсал” исемле икенсе муниципаль форум уҙғарыла. Унда туғыҙ муниципалитет ҡатнашасаҡ: Өфө ҡалаһы, Архангел, Ауырғазы, Благовар, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Шишмә, Өфө райондары.

Форумдың төп темаһы – илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, йәштәрҙең яҡташтар берлеген ойоштороу, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү.

Муниципаль форум – активтың, район йәштәренең “Атайсал” проектында ҡатнашыусы меценаттар, республика өсөн әһәмиәтле уникаль тәжрибәгә эйә булған яҡташтар менән  осрашыу майҙансығы. Был проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

“Минең бәләкәй Ватаным – Атайсал” тигән тәүге муниципаль форум 18 ноябрҙә Асҡын ауылында уҙғарылды. Ул үҙенең майҙансығына 500–ләп ҡатнашыусыны йыйҙы.

Фото: "Атайсал - бәләкәй Ватан" сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: