Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2022, 15:20

Ҡаланың йөҙө яңыра

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Мәләүез – ҙур булмаған күркәм ҡала. Һуңғы осорҙа уның тышҡы йөҙө айырыуса йәмләнде. Урамдар, йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелде, күркәмләнде. Ҡала хакимиәте башлығы Азамат ХӘСӘНОВ менән әңгәмәбеҙҙә иғтибарҙы быйыл башҡарылған төп эштәргә йүнәлттек.

 

– Азамат Хөсәйен улы, йыл аҙа­ғында йомғаҡ яһау йолаһы бар. Уҙып барған йыл Мәләүез өсөн төҙөк­ләндереү йәһәтенән ниндәй булды?

 

– Ысынлап та, һөҙөмтәләр бар.Ҡаланы йәшәү өсөн уңайлы, матур итеү буйынса былтыр ҙур эш башланған булһа, быйыл шул йүнәлештә саралар дауам итте. 2020 йылда бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен тыуҙы­рыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү күләмле эш ҡуҙ­ғатырға мөмкинлек бирҙе. Һөҙөмтәлә ҡала үҙәгендәге Ҡайын тракты йәмәғәт биләмәһе өр-яңы төҫ алды, Яр буйын төҙөкләндереү халыҡҡа ял итеү өсөн уңайлылыҡ тыу­ҙырҙы. Хәҙер был биләмә мәләүездәрҙең яратҡан урынына әүерелде. Быйыл башҡа программалар ярҙамында ошо ерҙә төҙөк­ләндереү эшен дауам итеүгә өлгәштек. Яр буйы биләмәһен һәм Гагарин исемен­дәге паркты яңыртыу саралары күрелде. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты­ның “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы, йәнә бер конкурста ҡатнашыуға ғариза бирҙек. Уны уңышлы үтһәк, киләһе йылда ла тө­ҙөкләндереү дауам итәсәк. Был юлы Үҙәк баҙар биләмәһенә иғтибар йүнәлте­ләсәк. Әлбиттә, төҙөкләндереләсәк йәмәғәт билә­мәләрен һайлағанда халыҡ та ситтә ҡал­май, тауыш биреп, үҙенең фекерен белдерә.

Йәшәгән төйәгебеҙҙе матурлау маҡса­тын ҡуйған “Башҡорт ихаталары” республика программаһында ла йыл һайын ҡатнашабыҙ. Быйыл биш күп ҡатлы йортто үҙ эсенә алған ҙур 32-се биҫтәне төҙөклән­дерҙек. Ул биләмәлә юлдарҙы асфальтлап, балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары ҡороп, ҙур эш башҡарылды. Киләһе йылда ла был программала ҡатнашырға йыйынабыҙ. Уларҙың файҙаһын тоябыҙ һәм даими ҡулланырға тырышабыҙ.

Әлбиттә, юлдарға асфальт түшәү буйынса халыҡтан һорауҙар күп килә.

Улар ҙа мөмкинлеккә ҡарап хәстәрләнә. Үҙебеҙҙең көс менән быйыл 1 Май урамында 800 метр тирәһе юлға асфальт һалынды, шул уҡ ваҡытта бордюрҙары, кәртәләре алмаштырылды.

 

– Ҡала урамдарында яҡтыртыу системаһын яңыртыу буйынса ла саралар күрелеүе хаҡында ишеткәйнек...

– Эйе, был йүнәлештә энергия сервисы контракты буйынса һөҙөмтәле эш башҡа­рылды. Урамдарҙағы, ихата биләмәлә­рендәге яҡтыртҡыстар туҙғайны, инвестор тарафынан иҫкеләре урынына дүрт меңдән ашыу заманса лампа ҡуйылды. Ул ғына түгел, 100-ҙән артыҡ элекке рубильниктар урамды яҡтыртыуға идара итеүҙең автоматлаштырылған система­һына алмаштырылды. Был саралар яҡтылыҡ өсөн түләү сығымдарын ҡырҡа кәметте, ошо рәүешле ҡала ҡаҙнаһына ярҙам булды. Икенсенән, уңайлылыҡ та өҫтәне, хәҙер яҡтыртыу системаһына телефон аша ла идара итергә мөмкин.

 

– Халыҡ өсөн ял урындары ха­ҡында һөйләшеүебеҙҙе дауам итеп, Яңы йылға әҙерлек тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.

– Байрам кәйефен тыуҙырыу өсөн Яңы йылға әҙерлек эше башланды. Боҙ тауҙары буйынса хәҙер яңы талаптар ҡуйылды – улар мотлаҡ сертификатланған булырға тейеш. Был – хәүефһеҙлекте көсәйтеү маҡсатында ҡуйылған талап, етештереүсе тулы яуап бирә. Сертификатлы таусыҡ­тарҙы быйыл өс майҙансыҡта урынлаштырыу күҙ уңында тотола. Был биләмә­ләрҙе биҙәп, балаларҙың күңелен күреү –төп маҡсатыбыҙ.

 

– Әңгәмә өсөн рәхмәт.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: