Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2022, 15:50

Балама иртәгә 23 йәш тулһа...

Хафаланмағыҙ. Түләмһеҙ ҡалмаясаҡһығыҙ! 

Балама иртәгә 23 йәш тулһа...
Балама иртәгә 23 йәш тулһа...

Радий Хәбиров мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Был аҡсаны нисек алырға? Уны ҡасан алырға мөмкин? Республиканың мобилизацияланған халҡына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тағы ниндәй ярҙам саралары ҡаралған? Быларҙың барыһы тураһында ла кисә Башҡортостан юлдаш телеканалындағы махсус брифингта һәм социаль селтәрҙәрҙә һөйләнеләр.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ярҙамдың кемдәргә тейешлеген аныҡ аңлатты.

Шуныһына иғтибар итегеҙ: указға 5 декабрҙә ҡул ҡуйылды, ул ошо датанан ғәмәлдә. Тимәк, әгәр балаға, миҫал өсөн 7 декабрҙә 23 йәш тула икән, ул түләмде барыбер аласаҡ. Бының өсөн ғаризаны ҡасан биреү ҙә мөһим түгел. Аҡсаны барыһы ла Яңы йылға тиклем алып бөтәсәк. Радий Хәбиров 26 декабргә тигән срок ҡуйҙы.

Фото: скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: