Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин бөгөн социаль селтәрҙә яҙма ҡалдырҙы. Ул Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам тураһында.
"Беләм, ир-атҡа өйөнән алыҫта еңел түгел, ғаиләләргә лә атайһыҙ ауыр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итер өсөн Яңы йылға бер тапҡыр 20 мең һум аҡса биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Түләм ғаилә ағзаларына ла ҡағыла. Был - рәсми никахы булған ҡатындары, бәлиғ булмаған балалары һәм 23 йәшкә тиклемге көндөҙгө бүлектә уҡыған студент балалары. Ата-әсәләр исемлеккә инмәй. Әгәр ирле-ҡатынлы айырылышҡан булһа, түләм балаларына ғына биреләсәк.
Аҡсаны алыу өсөн күп функциялы үҙәктәргә, халыҡты социаль яҡлау идаралығына йәки онлайн рәүештә “Дәүләт хеҙмәттәре” аша ғариза бирергә була. Документтарҙан хәрби комиссариаттан белешмә генә кәрәк, ә бала сит төбәктә уҡыһа, уның уҡыу йортонан белешмә килтереү талап ителә.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәғәҙә итеүенсә, аҡса мобилизацияланғандарҙың картаһына 26 декабргә тиклем килеп етәсәк.
Бынан тыш, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан коллегаларым шифахана-курорт дауалауы буйынса алгоритм әҙерләне.
Түләмдәр өсөн республика бюджетынан 400 миллион һум аҡса бүленде.
Ярҙам сараларына ҡағылған чат-бот эшләй: https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot"тип яҙҙы ул.
Фото: ptoday.ru