Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2022, 15:15

Байымда Шайморатов һыны йәнә ҡалҡты

Тәүге һәйкәлдәрҙең береһе ул.

Күптән түгел Әбйәлил районының Байым ауылында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле ҡайтанан тергеҙелде.

Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов әйтеүенсә, ул – башҡорт батыры хөрмәтенә асылған тәүге һәйкәлдәрҙең береһе, 1970 йылда ҡуйылған. Ул саҡта ҡоролманы Шайморатов исемендәге колхоз рәйесе Хәмит Балдашевтың тәҡдиме менән эшләйҙәр. Йылдар үтеү менән һәйкәлде төҙөк тотоуҙа матди ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килә, ул аҡрынлап емерелә башлай.

Ватылған обелиск, емерелгән һәйкәлдәр ярҙамында йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мөмкин түгел икәнлеген яҡшы аңлаған ауыл халҡы бынан бер нисә йыл элек уның янындағы Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты төҙөкләндерә. Ә Шайморатов һәйкәле “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы яңыртыла. Оҙонлоғо – өс метр, киңлеге 83 сантиметр тәшкил иткән генерал Шаймора­товтың мөһабәт һыны ҡайтанан ҡалҡып сыға, әммә йылдар йәнә һәйкәлгә үҙ эҙен һалмай ҡалмай, шуға күрә уны быйыл да бер аҙ төҙөкләндерергә тура килә.

Әйткәндәй, Башҡортостанда ҡаһарман яҡташыбыҙ, Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә ҡуйылған берҙән-бер һәйкәл Байым ауылында урынлашҡан була.

Реконструкцияланған һәйкәлде асыу тантанаһында Илдар Нафиҡов Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы күсермәһен райондың шайморатовсылар кластарына тапшырҙы. Бишенсе класс уҡыусылары, ант биреп, ошо сафҡа ҡабул ителде. Билдәле булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдың 28 авгусындағы ҡарарына ярашлы, ошо матур традицияға нигеҙ һалынды.

"Башҡорт халҡының легендар улы Миңлеғәле Шайморатовтың исемен ғорур йөрөтөгөҙ, уның иҫтәлегенә тап төшөрмәгеҙ! Шайморатовсылар антына тоғро булырығыҙға ышанабыҙ", – тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: