Республиканың ҡала һәм райондарында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ата-әсәләренә, ғаиләһенә һәм балаларына бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. Был яҡтан Баймаҡ районы халҡы ла күптәргә өлгө булып тора. Ошо көндәрҙә Ишбирҙе ауылында ла яугирҙәрҙең ғаиләһенә ярҙам күрһәтелгән. Шәхси эшҡыуар Мөнир Халиҡов техника бүлеп, Тулыбаевтар ғаиләһенә урмандан бесән ташыуға булышлыҡ иткән. Эскерһеҙ ярҙамдары өсөн Мостафа, Мортаза, Мөнир Халиҡовтарға ир-егеттәрҙең ата-әсәһе ҙур рәхмәтен белдерә.
"Доньялар имен булһын, ауылдаштарыбыҙға һәр ваҡыт уңыштар юлдаш булһын, Аллаһ бирһә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙҙең барыһы ла имен- һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын",- тиҙәр ишбирҙеләр.
Фото: Ишбирҙе ауылы төркөмөнән.