Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2022, 08:20

Майикмәк: "Беҙҙең менән булышҡансы, тышҡа сығып эш менән булышығыҙ"

Илсур Ильясов үҙен мыҫҡыл итеүселәргә бик тапҡыр яуап биргән. 

Майикмәк: "Беҙҙең менән булышҡансы, тышҡа сығып эш менән булышығыҙ"
Майикмәк: "Беҙҙең менән булышҡансы, тышҡа сығып эш менән булышығыҙ"

Баймаҡ районының Темәс ауылынан тормошсан видеояҙмалары менән билдәле булған Илсур Ильясовтың ватсапта, телеграмда "Майикмәк" исемле төркөмдәре бар. Шуларҙың береһендә ул бер ирҙең тәртипһеҙ ҡыланыуына ҡаршы ролик яҙҙырып һалған.

Ҡатыны менән үҙенә насар, мыҫҡыллы һүҙ ташлауға ул бик тапҡыр итеп яуап бирә:

- Беҙ бит ғәйепле түгел инвалид булғанға. Былай һәйбәт йәшәп ятабыҙ. Бөтәһе лә бар, донъябыҙ бар. Таныштар, туғандар күп, "Майикмәк" төркөмдәрендә беҙҙе ҡеүәтләп, ярҙам итеп торалар, рәхмәт. Бөтәһе лә һәйбәт.

Шундай алама кешеләргә аңлатып әйтегеҙ: "Беҙҙең менән булышҡансы, тышҡа сығып эш менән булышһын. Ике алйот, фәлән-төгән тигәнсе..."

Мин һау кеше булһам, әллә нимәләр эшләп бөтөр инем. Әллә ниндәй һөнәрҙәргә уҡыр, уҡымышлы булһам, әллә ҡайҙа ҡырға сығып китер инем. Һәр бер кешенең үҙенең яҙмышы. Шуны үтергә тейешбеҙ инде. Мин булғанына шөкөр итеп, ҡыуанып-шатланып йәшәйем. Бөтәһенә лә һаулыҡ теләйем. Иң мөһиме - ир-егеттәр имен хеҙмәт итеп ҡайтһын тип теләргә кәрәк. Һуғыштар бөтһөн тип теләргә кәрәк. Шунда теге ир кеүек һүгенеп, теләһә нимә һөйләп ултырғансы.

Һәйбәт итеп йәшәргә кәрәк. Ғүмер бит бер тапҡыр бирелә. Ике тапҡыр йәшәп булмай был тормошта. Шул ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе һәйбәт итеп йәшәргә кәрәк. Бер-береңдең йәнен көйҙөрөп йөрөгәнсе...

Беҙҙең турала һөйләнгән ирҙең эше юҡмы ни? Ундай кешегә аптырайым. Шуға әҙерәк йән көйҙө инде. Кешегә яҡшы итеп донъя көтһәң дә оҡшамай. Кеше етеш тормош көтә башлаһа, көнләшә лә башлайҙар. Туғандар араһында ла осрай был...

Бына шундайыраҡ бик аҡыллы телмәр тотҡан Илсур. Дөрөҫ һүҙгә ни әйтәһең, афарин! Кешеләрҙе позитив видеояҙмаларың менән ҡыуандырып йәшә лә йәшә әле, Майикмәк!

Фото: видеояҙманан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: