Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2022, 15:22

Ҡыҙҙан алда ата-әсәһенән ризалыҡ һораған

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Мәләүезгә эш сәфәре мәлендә район хакимиәтендә, башҡа учреждениеларҙа ғына булып ҡалманыҡ, ауыл ерендә йәшәүселәрҙең тормош-көнкүреше, халыҡтың тын алышы менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. Тап ябай ғаиләләрҙә сағыла йәмғиәтебеҙ асылы. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы, үҙ биҙәге.

Ошондай өлгөлө ғаиләләрҙең береһен – Боһорман ауылынан Флүрә менән Фәйез Бикташевтарҙы барып күрҙек. Ихлас, киң күңелле булыуҙары менән арбаны улар. Үҙҙәренең өс балаһын аяҡҡа баҫтырып ҡына ҡалмайынса, тәрбиәгә ул алып үҫтергәндәр.

Ҡанаттары нығына бара, тыуған йорттарынан берәмләп осоп китеп торалар. Бөгөн өлкән ҡыҙҙары Дилбәр, тормош ҡороп, Хәй­булла тарафтарында донъя көтә; икенсе ҡыҙ­ҙары Миләүшә, кейәүгә сығып, Салауат ҡала­һында төпләнгән; улдары Ислам, армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, Салауат индустриаль кол­леджында уҡый. Сабый ғына сағынан тәрбиәгә алынған улдары Артем мәктәптә IX класта белем ала.

Йылы ғаилә мөхитендә тәрбиәләнеүҙәре менән бәхетле был балалар, сөнки Флүрә менән Фәйез Бикташевтарҙың тормош ҡороуҙарына 28 йыл үтһә лә, хис-тойғо йылылығы һүрелмәгән, бөгөн дә улар бер-береһен ҡәҙерләп ғүмер итә.

Һәр ғаиләнең үҙ тарихы бар. Бикташевтар менән әңгәмәбеҙ бер-береһенә күҙ һалған мәлдәрен берсә көлөп, берсә һағынып хәтерләүҙән башланып китте.

– Үҙем Эткөсөк ауылынан, Фәйез – эргәләге Әбеттән. Бер мәктәптә уҡыныҡ. Мин – һигеҙенсе, ул X класты тамамлаған йылда йәйен иген һуғыу ырҙынында эшләгән ваҡытта уға күҙем төштө. Һәр ваҡыт беҙҙе эшкә машина килтерә һәм кире алып ҡайта ине. Бер саҡ машина булмағас, беҙҙе егеттәр оҙатып ҡуйҙы. Фәйезгә шул мәлдә иғтибар иттем. Тыныс, тәртипле, кешегә изгелекле булыуы менән арбаны күңелемде, ауылда беренсе гармунсы булыуы ла йөрәгемә юл һалғандыр. Күңелемдән генә ошо егетте оҡшатып, уның тураһында хыялланып йөрөнөм.

Мәктәптән һуң армияға китте. Һеңлеһе менән бер класта уҡығас, күңел кисерештәрен белде, уның аша Фәйездең хәлдәрен белешеп торҙом.

Ваҡыт шулай үтә торҙо. Шулай ҙа беҙҙең дуҫлашып китеүебеҙ минең юғары уҡыу йортон тамамлап, Боһорман мәктәбендә – уҡытыусы, Фәйездең Әбет клубы мөдире булып эшләгән мәленә тура килде. Ул костюмдар менән ярҙам итә ине, мин концерттарында ҡатнаша торғайным.

Беҙҙең ғаилә тарихында тағы ла бер ҡы­ҙыҡ­лы ваҡиға бар әле – Фәйез башта минең ризалығымды түгел, ә атай-әсәйемдең фати­ха­һын алды. Ноябрь айында өйгә ҡайтып бар­һам, велосипедта ҡаршыма Фәйез осраны. “Әсәйеңдәрҙең хәлен белешергә килдем”, – тине ул миңә. Өйгә ҡайтып инеүемә, әсәйем: “Ҡыҙым, һине Фәйезгә һоратып килделәр, уға кейәүгә бирергә ризалаштыҡ”, – тип ҡаршы алды. Бына, шулай итеп, миңә тәҡдим яһарҙан алда, ата-әсәйемде күреп һөйләшкән ул, – тип көлә-көлә ҡыҙыҡлы йәшлек осорон иҫенә төшөрҙө Флүрә ханым.

Фәйез Фәтих улы күп һүҙле түгел, ләкин ҡатынына һөйөүе уның барлыҡ булмышында, ҡарашында тойола.

– Флүрә сибәрлеге менән арбаны. Уға ҡа­рата хистәрем яйлап ҡабынһа ла, ғүмер­леккә булды. Ҡатынымды әле лә йәш са­ғым­дағы һымаҡ яратам. Балаларым өсөн яҡшы әсәй, өйҙә эште һис ҡасан ир-аттыҡы йә ҡатын-ҡыҙҙыҡы тип бүлмәй: мал да ҡарай, утын да яра, бесәнен дә саба, хатта бесән тейәгәндә йөк башында ла оҫта тора, – тигән һүҙ­ҙәрҙә бер-береһен аңлап йәшәү тойғолары сағыла.

Ауыл балалары бала саҡтан хеҙмәттә сы­ны­ғып үҫә, был иһә тормош көткәндә лә ярҙам итмәй ҡалмай. Флүрә ханым бишенсе кластан бесән сабырға өйрәнә. Салғы һәйбәт булһа, уның бер ҡыйынлығы ла юҡ, тип элек ҡул менән сапҡан мәлдәге бер ҡыҙыҡлы ваҡиғаны ла хәтерләп алды.

– Саҡ өйләнешеп йәшәй башлаған осор ине. Йәйен халыҡ күмәкләп бесән саба ла, аҙаҡ үҙ-ара бүлешә торғайны. Ул йылда ирем эштә булыу сәбәпле, сабырға бара алманы. Бесәнһеҙ ҡалып булмай, салғы тотоп, үҙем сығып киттем. Шундағы ир-егеттәрҙән һис ҡалышмай бесән саптым. Үҙемде маҡтаған­дары ла хәтерҙә ҡалған, – ти сая ҡатын.

Бер һүҙле генә түгел, уртаҡ уйлы булып йәшәгәнгә лә Бикташевтарҙың донъяһынан ҡот бөркөп тора. Береһенең ниәтен икенсеһе хуплап торғанға тормоштарының китеге юҡ. Тәрбиәгә бала алыу тураһындағы уй иң беренсе Флүрә ханыма килә.

– Эш буйынса балалар дауаханаһына барырға тура килде, шунда күҙем атай-әсәйһеҙ ҡалған зәңгәр күҙле сабыйға төштө. Үҙем дә һиҙмәҫтән уны ҡулыма алдым. Аҙаҡ ҡабат һалайым тиһәм, бер нисек тә ысҡындыра алмайым, кескәй генә бармаҡтары менән күлдәгемә сат йәбешкән ине. Ҡайтҡас Фәйезгә ошо сабыйҙы тәрбиәгә алырға теләүем тураһында өндәштем, – тип һөйләне ул.

Был бик етди аҙым булыуын аңлаһа ла, ҡатынының ниәтенә ҡаршы төшмәй Фәйез Фә­тих улы. Ул ғына ла түгел, балалары яғынан да ҡаршылыҡ булмай. Шулай итеп, алты ай­лыҡ сабыйҙы Бикташевтар бик йылы ҡабул итә.

– Фәйездең ҡайһы саҡта шаяртып әйткән “Зәңгәр күҙле бала табып бирмәнең миңә” ти­гән хыялын да шулай тормошҡа ашырҙыҡ. “Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа”, –тип был аҙымыбыҙҙы әсәйем дә хупланы. Хатта ауылдаштар ҙа шунда уҡ Артемды үҙ итте. Алып ҡай­тыу менән берәүҙәр – карауат, икенселәр – уйынсыҡ, кейемдәр килтерә башланы. Ҡыҙ­ҙарым иһә баланы үҫтерешкәндә төп ярҙам­сылар булды. Үҙе лә ихлас, ярҙамсыл улыбыҙ. Өйҙә генә түгел, күрше-тирәләгеләргә лә яр­ҙам итеп өлгөрә. Берәйһенең телефоны боҙол­һа ла саҡыралар, ҡапҡа төбөн ҡарҙан көрәргә кәрәк булһа ла уға өндәшәләр. Барыһына ла ваҡыт таба, – тип һөйләне Флүрә Бикташева.

Артем һүрәт төшөрөү менән мауыға икән. Өйҙә ул эшләгән картиналар байтаҡ. Күңеле ижадҡа тартылһа ла, егет киләсәктә үҙен төҙөүсе йәки водитель итеп күрә.

Башҡа балаларының да һәр ҡайһыһының үҙ һәләте. Мәҫәлән, Дилбәр ҡыҙҙары “Гәлсәр һандуғас” республика конкурсында икенсе урынды яулаған, “Һылыуҡай”ҙа ла районда гран-приға лайыҡ булған. Миләүшә ҡыҙҙары – йырларға, Ислам улдары бейеүгә оҫта булып сыҡты. Бикташевтарҙың төрлө конкурстарҙа яулаған еңеүҙәре аҙ түгел. “Башҡорт ғаиләһе образы-2022” республика конкурсының төбәк этабында икенсе урынға сыҡҡандар. Мәскәүҙә һабантуйҙа ҡатнашҡан мәлдәре лә күңелдә­рендә матур тәьҫораттар ҡалдырған. Флүрә ха­нымдың “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсында яулаған дипломы ла – ҡәҙерле иҫтәлек.

Флүрә Баязит ҡыҙы байтаҡ йылдар ауылда клуб мөдире булып эшләй, ғаилә башлығының да мәҙәниәт өлкәһендә тәжрибәһе ҙур, ләкин әле ул заводта һаҡ хеҙмәтендә. Бикташев­тарҙа сәхнәгә, йыр-моңға ҡыҙыҡһыныу бөгөн дә юғалмай. Байрамдарҙа береһенең гармунда уйнап, икенсеһенең йырлағанын ауылдаштары көтөп ала. “Тарих” тип исемләнгән ғаилә ансамблдәрен дә ойошторғандар. Ошо рәүешле үҙҙәренең яғына хас булған боронғо башҡорт йолаларын тергеҙеү буйынса маҡсатлы эш алып баралар. Сәхнәлә күрһәтеп кенә түгел, халыҡты йәлеп итеп саралар уҙғарырға ла ваҡыт табалар.

Бикташевтарҙың өйөндә Флүрә ханымдың үҙ ҡулдары менән эшләгән һаҡал, түшелдерек, ҡашмауҙарын күрҙек. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә ул ошо матурлыҡты тыуҙыра. Оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” гәзитен алдырыуҙары менән дә хөрмәт уяттылар. “Беҙ гәзитте ҡулға тотоп уҡырға күнеккәнбеҙ, шуға матбуғат баҫмаларынан айырылған юҡ”, – ти улар.

Тормошҡа әллә ниндәй ҙур талаптар ҡуймай, булғанының ҡәҙерен белеп йәшәгән был ғаилә үҙҙәре генә бәхетле булып ҡалмайынса, шул тойғоно тирә-йүндәгеләргә лә сәсә белә.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: