Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ялан почтаһы тураһында яҙып сыҡты.
“Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы ялан почтаһын асты, хәҙер Башҡортостанда йәшәгәндәр ҙә хат, посылка ебәрә ала.
Элегерәк беҙ уларҙы Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальондарҙың ирекмәндәренә гуманитар ылау составында илтеп бирһәк, хәҙер иһә махсус хәрби операция зонаһындағы бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә өйҙәренән хәбәр алыу мөмкинлегенә эйә.
Хатты яҡындағы “Рәсәй почтаһы” бүлексәһе аша “103400, Мәскәү ҡалаһы-400, хәрби частың номеры” адресы буйынса ебәрергә була. Хәрби часть номерын хеҙмәткә саҡырылған ерҙә хәрби комиссариатта әйтерҙәр. Уларҙың адрестары: https://voenkomats.ru/bashkortostan
Йәнә бер вариант – хатты “Мәскәү ҡалаһы, Суворов майҙаны, 2-се йорт, 1-се ҡоролма, Рәсәй армияһының үҙәк йорто” адресы буйынса “Һалдатҡа хат” тигән билдә ҡуйып ебәрергә мөмкин.
“Ҡыҙыу элемтә” телефондары:
8 (347) 276-59-69 тәүлек әйләнәһенә, 8 (347) 272-69-75 граждандар менән эшләү бүлексәһе (Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатыныҡы), эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 5-кә тиклем.
Башҡорт ирекмән батальондары өсөн посылкаларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһының республика бүлексәләре нигеҙендә эшләгән М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы аша тапшырырға була. Уларҙың адрестары – һылтанмала: https://bashkortostan.er.ru/pages/volonterskie-shtaby”, – тип яҙған Максим Забелин.
Фото: vk.com/zabelinm
Сығанаҡ: vk.com/zabelinm