Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2022, 07:00

"Ҡәйнәмдәр кәрәкмәй тип ташлап ҡуйған ине..."

Йыл һайын Яңы йыл байрамы яҡынлашһа, балаларға һырғалап эшләү конкурсында беренсе урын ала икән. Тик һуңғы йылдарҙа унда ҡатнашмай башлаған...

"Ҡәйнәмдәр кәрәкмәй тип ташлап ҡуйған ине..."
"Ҡәйнәмдәр кәрәкмәй тип ташлап ҡуйған ине..."

Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында оҫта ҡуллы Ғирфан Булатовты белмәгән кеше юҡтыр. Уның хаҡында журналист Резеда Усманованың яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.

"Беҙҙең килеүҙе белмәгән һәм көтмәгән йорт хужаһын балҡып килеп сыҡты. Үҙе шаян ғына икән дә! Беҙҙең менән — көтөлмәгән ҡунаҡтар менән ихлас аралашты. Ҡапҡаһының обойын алмаштырып тора икән: бер һүрәт ялҡытһа—икенсеһен.

Ә ҡапҡа артында, йәғни ишек алдында, беҙҙе матур-матур ҡул эштәре көтә ине. Өй нигеҙе янында бәләкәй генә «мәсет» ултыра. Уны мәсет макеты тип тә әйтергә була, ә, бәлки, балаларҙың ҡурсағы өсөн өй итергә мөмкиндер. Унан ҡоҙоҡ беҙҙе йәлеп итте. Һыу шлангы ер өҫтөндә һуҙылып та ятмай, йә ҡайҙалыр элеүле лә тормай, ә мискәнән килеп сыға. Әйтерһең дә, мискәнән һыу аға. Арыраҡ беседка ултыра. Һуңғы ваҡытта интернетта уны башҡортсалап «ғәпхана» тип тә йөрөтәләр. Ысынлап, йәйен аллы-гөллө сәскәләр, ҡыуаҡтар янында ултырған был беседкала сәйҙәр эсеп, оҙон-оҙаҡ ғәпләшеп ултырыуы бик күңеллелер!

Һул яҡта ниндәйҙер төҙөлөш бара. Ҡыҙыҡ бит әле ул: тигеҙ итеп бысылған түмәрҙәрҙән йорт ҡалҡып килә. Уның янында - Ғирфан Ғилметдин улының оҫтаханаһы. Эскә үтәбеҙ: унда оҫтаның станогы ултыра, һандыҡтар, ултырғыстар эшләнгән.

— Ғирфан ағай, һеҙҙең махсус белемегеҙ бармы, күптән шөғөлләнәһегеҙме?

— Махсус белем юҡ. Колхозда, пилорамала эшләнем. Хәҙер оҫтаханамда күңелемә ятҡан шөғөл менән булышам. Гөл һауыттары, ултырғыс-һандыҡтар, кәрниз, өҫтәл, тахта һәм башҡаһын эшләйем. Материал булһа, барыһын да эшләргә мөмкин, — тип яуапланы ул.

Оҫтахананан сығып өйөнә ыңғайланыҡ. Тупһала уҡ солан стенаһына эленгән картиналар йәлеп итте, улар ағастан һырлап эшләнгән. Бигерәк тә һырланған ағас элмәккә эленгән сәғәт һоҡландырҙы.

— Ауырғазынан алып ҡайттым был сәғәтте. Ҡәйнәмдәр кәрәкмәй тип ташлап ҡуйған ине. Матур бит. Бына шулай итеп элеп тә ҡуйҙым,— ти оҫта.

Ысынлап, ул ниндәйҙер зауыҡ һәм серлелек өҫтәй. Үткән быуаттарҙа ҡала урамдарындағы бағаналарға эленгән сәғәт кеүек ул.

Өйгә инеп күҙ йүгертәбеҙ: бында күп нәмә Ғирфан ағайҙың ҡулдары менән эшләнгән. Ғөмүмән, һәр нәмә «беҙҙең хужабыҙ оҫта» тип ҡысҡырып торғандай.

Ғирфан Ғилметдин улы Булатовты ауылда ихтирам итәләр. Һәр йыл һайын Яңы йыл байрамы яҡынлашһа, балаларға һырғалап эшләп, конкурста беренсе урын ала икән. Һуңғы йылдарҙа унда ҡатнашмай башлаған. Сәбәбе — йыл да еңеү яулауынан уңайһыҙлана. Йәғни башҡаларға юл биргән.

Ғирфан ағайҙың ғаиләһе лә матур. Ҡатыны Ҡәҙриә менән өс бала үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Алина ғаиләле, улдары Ғаяз һәм Фәрүәз егет ҡорона ингән", - тип яҙған ул "Атайсал" гәзитендә.

Фото һәм сығанаҡ: Резеда Усманова.

"Ҡәйнәмдәр кәрәкмәй тип ташлап ҡуйған ине..."
"Ҡәйнәмдәр кәрәкмәй тип ташлап ҡуйған ине..."
"Ҡәйнәмдәр кәрәкмәй тип ташлап ҡуйған ине..."
"Ҡәйнәмдәр кәрәкмәй тип ташлап ҡуйған ине..."
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: