Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров республикабыҙҙың ҡала һәм райондарындағы урам-юл селтәре торошо мәсьәләләре буйынса оператив кәңәшмә үткәргән.
– Ҡышҡыһын иң иғтибар үҙәгендә булған мәсьәләләрҙең береһе – урам-юл селтәрен хеҙмәтләндереү, юлдарҙы, тротуарҙарҙы һәм ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу, – тине Андрей Назаров. – Ағымдағы йылда республика бюджетынан муниципалитеттар өсөн 239 берәмек коммуналь техника һатып алыуға 1,5 миллиард һум аҡса бүленде. Шулай уҡ республикабыҙ Хөкүмәте ярҙамы менән “Башкиравтодор” компанияһы 150 миллион һумға 13 махсус машина алды.
Андрей Назаров республикабыҙҙың ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарына “Башкиравтодор” менән берлектә һәм Транспорт навигация үҙәге ҡатнашлығында юл-коммуналь техникаларын “Глонасс” спутник мониторинг системаһына тоташтырыу, водителдәр штатын туплау һәм юлдарҙы ҡарҙан ваҡытында таҙартыу бурысын йөкмәтте.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.