

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәргән.
Андрей Назаров контейнерға ҡыйҙы һалыуҙан алып, уны ташыуға, эшкәртеүгә, утиллләштереүгә һәм икенсел эшкәртеүгә оҙатҡанға хәтлем, ғөмүмән, барыһына ла иғтибар итергә ҡушты. Бөгөн бөтә ауылдарҙан да ҡыйҙы ташыу хеҙмәте ойошторолған.
– 2021 йылдан алып “Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү комплекслы системаһы” федераль проекты сиктәрендә 180 миллион һумдан ашыу федераль аҡса йәлеп ителгән һәм сүпте айырыу өсөн 12,7 мең контейнер алынған, – тине Андрей Назаров. – 2024 йылға рөхсәтһеҙ ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөргә тейешбеҙ. Республикабыҙға беренсе тапҡыр федераль бюджеттан 1,6 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡала янындағы алты ҡыйлыҡты юҡ итеү өсөн йәлеп ителде.
Андрей Назаров контейнерҙар тәңгәлендә тәртип урынлаштырыу йәһәтенән республикабыҙҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына һәм республикабыҙҙың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына аныҡ бурыстар йөкмәтте.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.