Булған хәл.
Кибет кәштәһендәге сәй хаҡтарын күҙәткәндә артта һөйләшкән тауышҡа иғтибар итмәйенсә ҡала алманым. Тауыш стена артынан килә...
– Апай, күсте ул аҡса, шунан бирле күргән береһе һорай. Нимәгә ул кешегә? Ирең ни хәлдә, хәбәре бармы, тиеүселәр әҙәйҙе.
(Тынлыҡ, апаһының һөйләгәнен ишетмәйем.)
– Минең бит береһенән дә ниңә һинекен һуғышҡа алманылар тип һорағаным юҡ.
– ...
– Нисек тыныс булып булһын! Күҙҙәремә ҡарап кеҫәмдәге аҡсамды һанайҙар бит... Биш йәшлек балаға нимә тип аңлатайым? Көн һайын “атай үлмәйме” ти ҙә һорай.
– ...
– Кәрәк инеме миңә ул аҡса? Беҙ бит аҡсаһыҙ йәшәмәнек. Аңлайым, апай, барырға кәрәк булғанын да аңлайым, үҙе лә аңлап, һанлап китте. Кешеләрҙең кешелекһеҙлеге асыуҙы килтерә. Баланың күҙ йәшен шул аҡса менән һөртәйемме? Атаһы кәрәк бит уға. Кемдең бараһы килә, бөгөн илтеп бирер инем аҡсаһын...
Иҙәнгә шап итеп сәй ҡабы килеп төштө. Йәнәшәмдә торған апай ҡулынан төшөрөп ебәргән икән. Эйелеп сәйҙе алдым да апайға һуҙҙым, уның да күҙҙәре тулы йәш ине...
– Рәхмәт, һеңлем, тыңлап гонаһлы булдыҡ. Аллаһ кисерһен дә, был балаларға сабырлыҡ бирһен.
Кибеттән буш ҡул менән сыҡтым. Ҡул буш, күңелдә яра артты...
Өйгә ҡайтҡанда юл буйы йөрәкте бер һорау өйкәне:
– Аҡса бирәм, кем һуғышҡа бара?..
Лилиә ҒАРИФУЛЛИНАнан.
Олег Яровиков фотоһы.