Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2022, 12:15

Был йүнәлештә 700-ҙән ашыу кеше кәңәш алды

“Росреестр” белгестәре 15 офиста быйыл аҙаҡҡы тапҡыр ҡабул итте.

Был йүнәлештә 700-ҙән ашыу кеше кәңәш алды
Был йүнәлештә 700-ҙән ашыу кеше кәңәш алды

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан буйынса идаралыҡтың дәүләт теркәүселәре үткәргән ҡабул итеүҙәренә 50-нән ашыу кеше мөрәжәғәт итте.

“Быйыл “Росреестр” хеҙмәткәрҙәре күп функциялы үҙәктәрҙә эшҡыуарҙар һәм башҡа граждандарҙы 12 тапҡыр ҡабул итеү ойошторҙо, һөҙөмтәлә 700-ҙән ашыу кеше хоҡуҡи ярҙам алды, күсемһеҙ мөлкәтте теркәтеүгә ҡағылышлы ҡатмарлы мәсьәләләрен хәл итә алды”, – ти “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова.

Быйылғы апрелдән алып Башҡортостанда йәшәүселәр ошо үҙәктәрҙә онлайн-кәңәш тә ала, туғыҙ офиста дәүләт теркәүселәре менән видеоэлемтә буйынса ла аралашырға мөмкин.

“Беҙ үҙ вәкәләттәребеҙ сиктәрендә граждандар өсөн мөмкин тиклем уңайлыраҡ шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Шул маҡсатта ярҙам итеү системаларын да туҡтауһыҙ камиллаштырабыҙ”, – ти “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: