Был видеояҙманы тыныс ҡына ҡарап булмай. Кешенең иң яҡын дуҫы – эт, боҙло йылғаға бата. Әлбиттә, мәхлүк үҙе генә сыға алмаҫы көн кеүек асыҡ. Янында иптәш эте лә “борсола”, әммә ярҙам ғына итә алмай.
Шул саҡта бер ир-ат үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып булһа ла, хайуанды ҡотҡарырға ҡарар итә. Ҡышҡы һалҡынға ҡарамай ул сисенә һәм бер нисә метр боҙҙо емереп барып, этте ҡотҡара! Ысын ир-егет ҡылығы был! Ябай эт кенә тип тормай, уның ғүмерен ҡотҡарыр өсөн барыһын да эшләй.
Әлбиттә, боҙло һыу кеше өсөн дә бик ҡурҡыныс. Бер ҡасан да хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмайыҡ.
Ә һеҙ бындай осраҡта нимә эшләр инегеҙ, дуҫтар?
Фото: скриншот.