Йәмғиәт
7 Декабрь 2022, 15:30

Өфөгә Ҡыш бабай килде!

"Беҙҙең йылмайыуҙан иреп китмәһен өсөн, уны ысын башҡорт ҡышы менән ҡаршы алдыҡ".

Өфөгә Ҡыш бабай килде!Өфөгә Ҡыш бабай килде!
Өфөгә Ҡыш бабай килде!

Бөгөн Өфө балалары өсөн ҙур ваҡиға – баш ҡалаға Яңы йылдың төп ҡунаҡтары - Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу килде. Әйткәндәй, бындай кимәлдәге ҡунаҡтарҙың Башҡортостанға килеүе тәүгә. Тантаналы сарала Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев та ҡатнашты.

“Бөгөн беҙҙең малай-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн ҙур байрам! Ҡыш бабай беҙҙең йылмайыуҙан иреп китмәһен өсөн, уны ысын башҡорт ҡышы менән ҡаршы алдыҡ. Беҙҙә уға оҡшай, тимәк, башҡрот ҡышының йыл да төп ҡунағы буласаҡ”, - тип яҙҙы Алан Марзаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Алан Викторович шулай уҡ балаларға матур байрам ойошторғандары өсөн “Рәсәй тимер юлдары” акционерҙар йәмғиәтенең филиалы – Куйбышев тимер юлдары начальнигы Вячеслав Дмитриев һәм уның коллегаларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Фото А.Марзаев сәхифәһенән алынды.

Өфөгә Ҡыш бабай килде!
Өфөгә Ҡыш бабай килде!
Өфөгә Ҡыш бабай килде!
Өфөгә Ҡыш бабай килде!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас