Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы ойошторған. Министр 2022 йылдың 11 айы буйынса хеҙмәт баҙарындағы хәл-торошҡа яҡынса йомғаҡ яһаған.
Быйыл халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә, күңеленә ятҡан эш менән ярҙам итеүҙе үтенеп, 102,3 мең кеше мөрәжәғәт иткән. 62,2 мең кеше үҙенә эш тапҡан. 2022 йылдың 24 ноябренә эшкә урынлаштырыу кимәле 60,8 процент тәшкил иткән.
– Республикабыҙҙа бөгөн эшһеҙҙәрҙе теркәү кимәле 0,88 процент (йыл башында ул 1,17 процент булған, йәғни ныҡ ҡына кәмегән) тәшкил иткән, – тине Ленара Иванова. – Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса, эшһеҙ граждандарҙың һаны йыл башынан 28,5 процентҡа кәмегән, йәки 23,7 мең кешегә. Икенсе төрлө әйткәндә, башта ул 83,2 мең кеше булһа, аҙаҡтан 59,5 мең кешегә ҡалған. Республикабыҙҙың хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеш коэффициенты йыл башынан үҙгәрмәгән һәм 0,5 булған.
Ленара Иванова билдәләүенсә, әле килеп тыуған шарттарға ярашлы, республикабыҙҙың эш менән тәьмин итеү үҙәге яңы формат нигеҙендә эшләй.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.