Хәйбулла районының Үрнәк ауылы егете Марат Юламанов Ватаны алдындағы хәрби бурысын үтәп тыуған ауылына ҡайтҡан. Шәп егетте ауылдаштары гармун уйнап, ихлас ҡаршылаған.
"Ҡыйыуланып, һомғолланып Хәйбулла районының Үрнәк егете Марат Юламанов та ҡайтып төшкән хәрби бурысын үтәп. Тотош ауыл менән гармун моңдары аҫтында ҡаршы алған уны ауылдаштары. Афарин яҡташтарыбыҙға! Егеттәребеҙ имен йөрөһөн, һәр ҡайһыһына ошолай бәхетле осрашыу минуттарын кисереп ҡыуанырға яҙһын!" - тигән яҙыу ҡалдырған Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.
Һәр ата-әсәгә ошондай шатлыҡлы минуттар кисерергә яҙһын!
Фото һәм видео: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән.