

Ирекмәнлек - ул күңел талабы. Арабыҙҙа сит кеше яҙмышына битараф булмаған йәштәрҙең күп булыуы һоҡландыра.
Шундай егеттәрҙең береһе Максим Скачко ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Путиндың Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ул Өфө йылылыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында 4-се курста уҡый.
19 йәшлек егет йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ковид-19 пандемияһы осоронда ла, ирекмән булараҡ, ололарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ташыуҙа әүҙемлек күрһәткән. Әле лә ирекмәнлек менән шөғөлләнә.
Киң күңелле, мәрхәмәтле студент ил Президентының юғары наградаһына юҡҡа ғына лайыҡ булмаған. Афарин, Максим!
Фото: "Башинформ".