Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2022, 22:30

Владимир Путин - мобилизация тураһында

Президент бөгөн нимә тип белдерҙе?

Владимир Путин - мобилизация тураһында
Владимир Путин - мобилизация тураһында

Бөгөн кис ил Президенты Владимир Путин Кешеләр хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары менән осрашыу үткәрҙе. Сара барышында уға махсус хәрби операцияға, Украиналағы хәлдәргә ҡарашы тураһында һорауҙар байтаҡ булды.

Свердловск өлкәһе буйынса Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Татьяна Мерзлякова Владимир Владимировичтан мобилизация тураһында һораны.

– Беҙҙең мобилизацияланған 300 мең ир-егеттең 150 меңе әлеге ваҡытта операция барған зонала. Был 150 меңдең яртыһы – 77 меңе – хәрби подразделениеларҙа, ҡалғандарҙы икенсе, өсөнсө сиктәрҙә. Улар территориаль оборона функцияһын башҡара йәки операция үткәреү зонаһында өҫтәмә әҙерлек үтә, – тине Президент.

Владимир Путин ҡалған 150 мең кеше тураһында ла әйтте:

– Тағы 150 мең кеше, мобилизацияланғандарҙың яртыһы, гриппировкаларҙа бөтөнләй юҡ. Улар Оборона министрлығының полигондарында һәм уҡытыу үҙәктәрендә өҫтәмә әҙерлек үтә. Ошондай шарттарҙа тағы ла ниндәйҙер мобилизация саралары тураһында һөйләүҙең мәғәнәһе юҡ. Бөгөнгә ҡарата дәүләт өсөн дә, Оборона министрлығы өсөн дә мобилизацияның кәрәге юҡ.

Фото: tvkrasnodar.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в