Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2022, 13:50

Яңы йылға бурысһыҙ аяҡ баҫайыҡ

Һалымды күп йүнәлешле үҙәктәрҙәге һалым хеҙмәтенең күсмә офистарында түләргә була.

Яңы йылға бурысһыҙ аяҡ баҫайыҡ
Яңы йылға бурысһыҙ аяҡ баҫайыҡ

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 4-се район-ара инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Яңы йылға – һалым буйынса бурысһыҙ!” акцияһы нигеҙендә 7 – 13 декабрҙә күп йүнәлешле үҙәктәрҙә һалым хеҙмәтенең күсмә офистары эшләй.

Акция барышында һалым органдары хеҙмәткәрҙәре граждандарға һалым буйынса бурысының булыу-булмауын асыҡларға, уны түләү квитанцияһын алырға, шулай уҡ СМС йәки E-mail аша һалым бурысы булыу тураһында белдереү ебәреү сервисына тоташырға ярҙам итә.

Бынан тыш, теләге булған һәр кеше Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең “Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” интернет-сервисына инеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Был сервис ярҙамында иҫәпләнгән һәм түләнгән һалым, уның буйынса бурыс хаҡында мәғлүмәт алырға, НДФЛ буйынса ҡайтарма алыу өсөн һалым декларацияһын тултырып ебәрергә була. Сервистарҙан файҙаланыу өсөн үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.

Һалым хеҙмәтенең күсмә офистары эшләгән күп йүнәлешле үҙәктәр исемлеге менән түбәндәге баннерҙа танышырға мөмкин. Был офистар иртәнге сәғәт 10-дан күп йүнәлешле үҙәктең эш ваҡыты бөткәнгә тиклем эшләй.

Фото: nalog.ru/rn02

Сығанаҡ: Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 4-се район-ара инспекцияһы.

Яңы йылға бурысһыҙ аяҡ баҫайыҡ
Яңы йылға бурысһыҙ аяҡ баҫайыҡ
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: