Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2022, 11:30

Һөйгәненең күңелен күрәм тип бурлыҡҡа бара

Бер ҡатын-ҡыҙ ҙа баш тартмаҫлыҡ затлы бүләктәр алыуға тотонған танышының аҡсаһын...

Һөйгәненең күңелен күрәм тип бурлыҡҡа бара
Һөйгәненең күңелен күрәм тип бурлыҡҡа бара

Өфө ҡалаһының Дим районында йәшәгән 48 йәшлек ир күптән түгел, ҙур сумма аҡсаһын урлауҙарын белдереп, полицияға барған, тип хәбәр итә «Башинформ».

Хәл былайыраҡ була. Был ир күптәнге танышы менән баҡса йортона киләләр. Танышы электән дә уға төҙөлөш буйынса ярҙамлашҡан була. Эштән һуң ныҡ ҡына «ҡырын тейәйҙәр». Иртән хужа ни күҙе менән күрһен, «ярҙамсы»нан да, бәләкәй сумкаһында ятҡан 1 миллион 400 мең һум аҡсанан да елдәр иҫкән...

Билдәле, уғрының эҙенә бик тиҙ төшәләр, йыраҡ та ҡасмаған ул. 38 йәшлек ир бары урланған аҡсаға һөйгәненә затлы тун, алтын биҙәүестәр алып аҡсаны туҙҙырған.

Быға тиклем дә суд эскәмйәһендә ултырған 38 йәшлек иргә хәҙер закон алдында яуап биререгә тура киләсәк, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип белдерә Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Әйткәндәй, ҡалған аҡсаны хужаһына кире ҡайтарып бирергә тура килгән уға.

Фото Рәсәй Эске эштәр министрлығы.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: