Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2022, 07:00

“Егеттәребеҙ һауыға башлаған...”

Ҡала хакимиәте башлығы Мәскәүҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар дауаланған хәрби госпиталдә булды.

“Егеттәребеҙ һауыға башлаған...”
“Егеттәребеҙ һауыға башлаған...”

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов Мәскәүгә барҙы. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар дауаланған хәрби госпиталдә  булды.

Был хаҡта ҡала мэры социаль селтәрҙә һөйләгән. ”Бөгөн Мәскәүҙә эш сәфәре менән булдым. Иң тәүҙә Н.Н. Бурденко исемендәге баш хәрби клиник госпиталдә дауаланған Стәрлетамаҡ егеттәре менән осраштым. Уларҙы яҡшы кәйефтә күреп шатландым. Осрашыу йылы, ихлас үтте. Хәҙер улар һауыға башлаған инде. Реабилитация менән мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Ғаиләләренә лә ярҙам итәсәкбеҙ. Иң мөһиме, егеттәр һауыҡһын, ә беҙ уларҙы өйҙә көтәбеҙ!”

Фото: “Стерлитамакский рабочий” гәзите.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: