Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2022, 14:00

“Көстөң берҙәмлектә икәнен иҫбатланыҡ”

Нефтекама ҡалаһында, утыҙға яҡын тегенсе берләшеп, гуманитар ярҙам йыйыуға өлөш индерә.

“Көстөң берҙәмлектә икәнен иҫбатланыҡ”
“Көстөң берҙәмлектә икәнен иҫбатланыҡ”

Тау менән тау ғына осрашмай тиҙәр. Ҡайһы саҡта яҙмыш осраштырған кешеләр юҡҡа юлыңа сыҡмай икәненә инанаһың. Ошондай мәлдәргә рәхмәтле мин.

Лиана Евдокимова-Сафина менән йәй таныштым. Нефтекама ҡалаһында оҫта тегенсе бар икәнен белеп ҡалғас, ательеһын барып таптым. Танышыу яйлап дуҫлыҡҡа әүерелде. Лиана мобилизация башланғас шылтыратты: “Ательеның мөмкинлектәрен файҙаланып, егеттәргә ярҙам итергә ине. Нимәнән башларға?”

Буш ваҡытын файҙаланып, электән ҡалған туҡымаларҙан таҫтамалдар тегә ул. Шул таҫтамалдарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Симферополь ҡалаһына оҙатҡан гуманитар ылау менән ебәреүҙе ойошторорға ярҙам иттем. Ошо бер ҡарамаҡҡа бәләкәй генә эш артабан Лиананың уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға бер этәргес булды.

Ул тәжрибәһе тураһында социаль селтәрҙәрҙә һөйләне һәм ҡала халҡы араһында уға ҡушылыусылар ҙа табылды. Иң һөйөндөргәне - эшҡыуарҙар ярҙам ҡулы һуҙып, йә туҡыма төргәктәре алып килеп китте, йә һатып алыуға аҡса күсерҙе.

Хәҙер иһә Лиана берләштергән тегенсе ҡатын-ҡыҙҙар һаны 28 булып киткән. Аҙнаһына бер тапҡыр улар ательела йылып, туҡыманы бесә һәм тегеүгә әҙерләй, ә ҡалғандар, үҙ ваҡытын иҫәпкә алып, нисә әйбер тегә ала, шунсаһын алып китә. Эске кейем, башлыҡтар, балаклавалар, носкиҙар һәм башҡаһы гуманитар ярҙам булараҡ хәрбиҙәргә ебәрелә.

- Берҙәмлек- көс тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Берләшеп эшләүебеҙ тиҙ һөҙөмтә бирҙе. Һәр кем үҙ эшенә яуаплы ҡарап, еренә еткереп үтәй. Мин - уларға, улар миңә ышана. Тәүге тапҡыр беселгән әйберҙәрҙе таратып бирҙем дә һуңынан шаңҡып ҡалдым: тегергә тип килгән ҡатындарҙың адрестарын да, телефондарын да, нисә тиҫтә әйбер алғанын да яҙып алып ҡалмағанмын! Бер нисә көндән барыһы ла теүәл генә итеп әйберҙәрҙе тегеп алып килде. Һөйөнөстөң сиге булманы!

Тимәк, был кешеләр менән эшләргә була тип дәртләнеп артабан тегергә тотондоҡ. Әҙер продукцияны йыуып, үтекләгәндән һуң, хәрбиҙәргә ебәрер алдынан Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүселәр яҙған хаттарҙы һалдыҡ. Уларҙы уҡығанда беҙҙең күҙҙән йәштәр килә, һалдаттар ниндәй тойғо кисерәлер, – тип һөйләй Лиана.

Һалдаттарға ярҙамға әйберҙәр тегеү буйынса шундай ҙур эш ойоштороп, Лиана бары тик ошо ауыр заманда хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә тырыша. Шуныһы тағы иғтибарға лайыҡ: уға тегергә ярҙам иткән тегенселәрҙең туғандарының береһе лә мобилизацияланмаған. Әммә улар ихлас ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.

- Ниндәйҙер матди ҡыҙыҡһыныуҙа ғәйепләргә тырышыусылар ҙа бар. Әммә был һүҙҙәргә иғтибар итмәйем. Тик ошо тегенселәр менән аралашҡан ваҡытта артабан уларҙың һөнәри оҫталығын нисек файҙаланырға була икән тип уйланам. Бәлки, киләсәктә тегеү цехы ойоштороп ебәрермен. Сөнки был ҡатындар араһында оҫталар бихисап, - ти Лиана.

Лиана һәм уның ярҙамсылары тураһында матбуғат биттәрендә уҡып, видеояҙма ҡарап ательеһын эҙләп килеүселәр байтаҡ. “Тегә белмәһәк, бәйләй беләбеҙ”, – тип дебеттән бәйләнгән носки, бейәләйҙәр килтереп китәләр. Уларҙы ла гуманитар ярҙам посылкаларына ҡәҙерләп һала ҡыҙҙар.

– Үҙ ҡулың менән бәйләнгән ойоҡбаштар етештерелгәнгә ҡарағанда күберәк йылы бирәлер, тип уйлайым. Беҙ эшмәкәрлегебеҙҙе шулай баһалайбыҙ: һалдаттарҙы кейендермәйбеҙ, уларға үҙебеҙ өләшә алғансы тиклем йылылыҡ бирәбеҙ, – тип ышана Лиана.

Ҙур һөнәри тәжрибә туплаған Лиана бөгөн хәрби хеҙмәттең бөтә үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, эске кейем тегә. Мәҫәлән, термик эске кейем моделе һалдаттар яра алған осраҡта уны еңел генә сисерлек итеп уйланылған. Етен туҡыманан тегелгән таҫтамалдар биштәрҙә аҙ урын ала, шулай уҡ кәрәк саҡта яраны бәйләү өсөн ҡулланырға уңайлы булырлыҡ итеп тегелә. Бынан тыш, улар дым йота һәм ут тоҡандырып ебәреү өсөн дә ҡулланыла ала.

Әммә бер маҡсатҡа берләшкән ҡатындарға йыйылыр өсөн уңайлы урын булмауы ғына эсте бошора. Лиананың ательеһы күп кешене ҡабул итеү өсөн ҡулайлашмаған. Ҙур өҫтәл ҡуйып, теген машинаһы урынлаштырып, ваҡыттары булғанда, ҡатын-ҡыҙҙарға йыйылырға шарттар тыуҙырғанда шәп булыр ине.

- Әле беҙ миндә йыйылабыҙ. Бесеү эштәрен ҡаһы саҡта иҙәндә башҡарырға тура килә. Ҡыҫынҡы шарттарҙа эште еренә еткереп атҡарырға кәрәк. Утыҙға яҡын ҡатын бушлай үҙ ваҡытын йәлләмәй ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торғанда, күңелдәре һүрелмәһен ине, тип борсолам, – ти Лиана.

Тәүге гуманитар ярҙамын өс ай самаһы элек ебәргән Лиана эргәһендәге фекерҙәштәр командаһының көндән-көн артыуы ихтирам һәм ғорурланыу тойғоһо ғына уята. Был изге эштәгеләрҙең береһе — Милана Мусина. Уның ире сентябрь аҙағында мобилизациялана. Милана мобилизацияланғандарҙың ғаиләләрен туплап тороусы көс. Улар тәүге көндәрҙән үк яҡташтарына гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора һәм әүҙем эш алып бара.

Күптән түгел тегенсе ҡыҙҙар камуфляж селтәрҙәрен эшләүгә заказ ала. Тәүҙә ҡыҙҙар башҡа ирекмәндәр менән бергә уны эшләү технологияһын өйрәнә һәм тиҙ арала йәштәр һарайында уларҙы әҙерләү буйынса эш ойоштора. Селтәрҙе һатып алыу ҡыйбатҡа төшөүен иҫәпкә алып, волейбол уйындарынан ҡалған ныҡлы селтәрҙәрҙе һорап социаль селтәрҙәрҙә оран һала ҡыҙҙар. Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылы мәктәбе директоры тәүгеһен килтереп бирә. Унан ҡала хакимиәте тәҡдиме буйынса Нефтекама нефть колледжы, мәктәптәре һәм балалар баҡсалары кәрәкмәгән волейбол селтәрҙәре менән тәьмин итә. Ике аҙна дауамында иллегә яҡын кеше камуфляж селтәрҙәрен эшләүҙә әүҙем ҡатнаша. Хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм туғандары ғына түгел, Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр ҙә килә.

— Селтәр үреү эше артабан да бара, сөнки был тауар ҡыйбат. Һатып алыуға күп сығымдар кәрәк. Әммә әлеге мәлдә хәрбиҙәргә улар бик кәрәк. Техниканы һәм окоптарҙы ябыу өсөн ҡулланыла. Камуфляж селтәрҙәрҙе үреү - ярайһы уҡ ябай, әммә ваҡыт талап иткән эш. Йәштәр һарайында иртәнән алып кискә тиклем был эш туҡтамай. Кемдер килә, кемдер китә. Беҙгә ҡушылырға теләүселәргә ишектәр асыҡ. Белмәйем тип ҡурҡмағыҙ, өйрәтербеҙ, – ти Лиана.

Ошо арала уңған ҡатын-ҡыҙҙар 10 селтәр эшләгән. Уларҙың өсөһөн яҡташтарына, Запорожье өлкәһенә хеҙмәткә юлланған егеткә бирәләр. Ҡалғандары гуманитар йөк менән бергә шулай уҡ яҡташтарыбыҙға ебәрелде һәм фронт һыҙығындағы ир-егеттәребеҙҙе ышаныслы һаҡлаясаҡ тип өмөтләнә ҡыҙҙар.

– Артыбыҙҙа хәстәрлекле, ихлас, ышаныслы кешеләр күп. Ҡыҙҙар дарыуҙар һатып алыу өсөн аҡса йыя, семинарҙар, күнекмәләр үткәрә һәм йыйылған аҡсаны туҡыма, еп, резина һәм башҡа кәрәк-яраҡ алыуға тотона. Барыһына ла ҙур рәхмәт. Ошо ваҡыт эсендә беҙ көстөң берҙәмлектә икәнен иҫбатланыҡ, - ти Лиана.

Фотолар: Лиана Евдокимова-Сафинаның шәхси архивынан алынды.

“Көстөң берҙәмлектә икәнен иҫбатланыҡ”
“Көстөң берҙәмлектә икәнен иҫбатланыҡ”
“Көстөң берҙәмлектә икәнен иҫбатланыҡ”
“Көстөң берҙәмлектә икәнен иҫбатланыҡ”
“Көстөң берҙәмлектә икәнен иҫбатланыҡ”
“Көстөң берҙәмлектә икәнен иҫбатланыҡ”
“Көстөң берҙәмлектә икәнен иҫбатланыҡ”
“Көстөң берҙәмлектә икәнен иҫбатланыҡ”
“Көстөң берҙәмлектә икәнен иҫбатланыҡ”
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: