Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2022, 21:30

Яңы йылда хәмер һатыу сикләнә

Ниндәй ваҡыттарҙа һатыу тыйыласаҡ?

Яңы йылда хәмер һатыу сикләнә
Яңы йылда хәмер һатыу сикләнә

Һанаулы ғына көндәрҙән Яңы йыл етә. Йылдағыса, быйыл да республикала был байрам осоронда хәмер һатыу сикләнә.

Иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыу ваҡыты:

3, 4 һәм 5 ғинуарҙа — киске сәғәт 5-тән икенсе көндөң иртәһенә (сәғәт 10-ға) тиклем,

6 ғинуарҙа — урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 5-тән төнгө 11-гә ҡәҙәр,

башҡа көндәрҙә ғәҙәти тәртиптә — иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем һатыла.

Сикләү кафе һәм ресторандарға ҡағылмай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика биләмәһендә, йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуҙан тыш, ошо көндәрҙә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу тыйыла:

- һабантуй байрамы уҙғарылған көндәрҙә;

- "Һуңғы ҡыңғырау" үткәргән көндә;

- Йәштәр көнөн байрам иткән көндәрҙә;

- Белем көнөндә (1 сентябрь, әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә - 2 сентябрь).

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: