Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2022, 23:00

Йорто "көлөп", гармуны "йырлап" тора!

Краснокаманың Яңы Мошто ауылы оҫтаһы Фирҙәүес Ғәниев: "Уҡырға бармаған инем әле. Йәштәр мине санаға ултыртып клубҡа алып китте лә..."

Йорто "көлөп", гармуны "йырлап" тора!
Йорто "көлөп", гармуны "йырлап" тора!

Рәүилә менән Фирҙәүес Ғәниевтәрҙең өйө тирә-яҡты балҡытып, ауыл биҙәге булып ултыра. Был йортта оҫта йәшәгәне әллә ҡайҙан күренә. Краснокама яҡтарына юл тотҡанда ошо һәләтле ғаилә менән танышып сыҡтыҡ.

“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәндәй, ғаилә башлығы заманында электрик, механизатор, водитель, машина менән һауыу мастеры һөнәрҙәренә уҡып сыға, һөҙөмтәлә уларҙың барыһының да донъя көткәндә кәрәге тейә. Өйөн дә тулыһынса үҙ ҡулдары менән төҙөй. Һәр биҙәгенә күңел йылыһын, күҙ нурын һалғанға ла, бик күркәм килеп сыға ул. Әйткәндәй, заманында күркәм йорто республика кимәлендә 1-се урын да яулаған.

Бынан тыш, иретеп йәбештереү, һүрәт төшөрөү, гармун төҙәтеү, гармунда уйнау һәләттәренә лә эйә. Төрлө станоктары ярҙамында өр-яңынан гармун эшләп тә ҡуя. “Яңыраҡ 1964 йылғы таралып бөткән “хромка”ны тергеҙҙем, музыка ҡоралына яңы һулыш биреп, уйнап ебәрҙем”, - ти әңгәмәсем. Һис ҡасан тик ултырырға яратмаған Фирҙәүес Барый улы кишер орлоғо сәсеү өсөн уңайлы ҡулайлама ла ҡороп ҡуйған. Сувенирҙарының ниндәйе генә юҡ! Артыҡ күбәйә башлағас, уларҙы айырым бер бүлмәгә урынлаштырған.

Гармунда уйнарға Фирҙәүес Барый улы мәктәпкә барғансы уҡ өйрәнә. “Ауылда гармунсылар юҡ ине, шуға мине бәләкәйҙән уйнарға йөрөттөләр. Уҡырға бармаған инем әле, йәштәр мине санаға ултыртып клубҡа алып китеп, кире өйгә килтереп ҡуялар ине. Уларҙы бейеткәнем хәтерҙә. Туғандар йыйылһа ла, гел өй түрендә булдым. Ҡалҡыуыраҡ урынға ултыртып гармун тоттора торғайнылар”, - тип ихласлап хәтергә алды бәләкәй ваҡытын Краснокама районы оҫтаһы. 

“Силәгенә күрә – ҡапҡасы“ тигәндәй, Рәүилә апай ҙа ихлас әңгәмәсе, ҡул эшенә оҫта хужабикә булып сыҡты. Уңған ғаилә тураһында гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.

Автор фотоһы һәм видеоһы.

Йорто "көлөп", гармуны "йырлап" тора!
Йорто "көлөп", гармуны "йырлап" тора!
Йорто "көлөп", гармуны "йырлап" тора!
Йорто "көлөп", гармуны "йырлап" тора!
Йорто "көлөп", гармуны "йырлап" тора!
Йорто "көлөп", гармуны "йырлап" тора!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: