Тырыш ғаилә – ил күрке тип юҡҡа ғына әйтмәй халҡыбыҙ. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Сөләймәновтар – тап шундай ғаиләләрҙең береһе. Матур донъя ҡороп, балалар үҫтереп, башҡаларға үрнәк булып йәшәгән ғаилә хаҡында бөгөнгө мәҡәләм.
Репетицияға тип барған ерҙән кәләшле була
Һәр ғаилә үҙенсә матур, мәҡәләмдең геройҙары ла – ғәжәйеп һоҡландырғыс кешеләр. Кеше ҡулдары тылсымының ҡөҙрәте сикһеҙ: ябай ғына әйберҙән дә хайран итерлек матурлыҡ, бөйөклөк тыуҙыра. Сөләймәновтар ҙа – шундайҙарҙың береһе, сәхнә аяҡ кейеме, ситек тегеү оҫталары булараҡ күптән танылып өлгөргән ихтирамлы, тырыш ғаилә.
Ғаилә башлығы Руслан Сәлмән улы сығышы менән Йылайыр районының Матрай ауылынан, ә Гүзәл Раян ҡыҙы – Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡыҙы. Ике йәш йөрәк студент йылдарында таныша. Гүзәл – мәктәпкәсә белем биреү педагогына, Руслан бейеүсе һөнәренә уҡып йөрөгән саҡтарында танышып дуҫлаша. Беренсе тапҡыр ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йортонда осрашалар. Ул ваҡытта Руслан – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле балетмейстер Хәлил Ишбирҙин ойошторған Стәрлетамаҡ бейеү театрына репетицияға, ә Гүзәл ошо мәҙәниәт йортонда эшләгән әсәһенә янына килгән була.
Дуҫлыҡ нығынған мәлдә Руслан әрме хеҙмәтенә алына, ул Һамар ҡалаһының Волга буйы хәрби округы академияһы йыр-бейеү ансамблендә хеҙмәтен бик матур үтәп ҡайта. Әрмелә хеҙмәт итеү дәүерендә хаттар яҙышалар, сос ҡыҙ Гүзәл, хаттар яҙыуҙан тыш, егетенә телефондан шылтыратып хәлен белешеп, ҡеүәтләп тора.
1995 йылда Руслан армиянан ҡайтыу менән уҡыуын дауам итә һәм, ҡулына диплом алғас, Стәрлетамаҡ бейеү театрында эшләй башлай.
Ошо мәлдә араларында мөхәббәт тигән китаптың уларға ғына бағышланған өр-яңы бите яҙыла башлай. Йәштәр 1996 йылдың мартында Стәрлетамаҡ ҡалаһында гөрләтеп туй үткәрә. Бер нисә көн дауамында барған туйҙары уларҙың хәтерендә әле булһа яҡты иҫтәлектәр һаҡлай. Булдыҡлы, тырыш һәм татыу ғаилә ҡорған Сөләймәновтарҙың бер-береһенең, тормоштоң ҡәҙерен белеп, ул һәм ҡыҙ үҫтереп, үҙ эштәренең оҫталары булып йәшәүҙәре һоҡландыра.
“Байыҡ” еңеүселәренә – Сөләймәновтарҙың ситектәре!
Ғаилә башлығы Руслан Сәлмән улы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, 25 йыл Стәрлетамаҡ бейеү театрында эшләп, хаҡлы ялға сығыу менән аптырап ҡалмай, киреһенсә, ең һыҙғанып, сәхнә бейеүселәре өсөн бик уңайлы аяҡ кейеме тегеү эшенә тотона. Әйткәндәй, сәхнәләрҙә бейеп йөрөгәндә үк һөнәрсе 1996 йылда балеткалар тегеү эшен башлай, һәм әлеге көндә Сөләймәновтар ғаиләһе был шөғөлдә ҙур аҙымдар менән алға бара.
Эш башлау менән тормош иптәше Гүзәл дә бар яҡлап ярҙам итә, нимәгә тотонһа ла, һәр эште еренә еткереп башҡара. Ул бынамын тигән ғаилә тотҡаһы ла, тыныс холҡо, һәр ваҡыт кешеләргә яғымлы ҡарашта булыуы менән һоҡландыра.
Сөләймәновтарҙың бейеүселәр өсөн күңел биреп теккән әйберҙәре Башҡортостаныбыҙҙа, бүтән төбәктәрҙә, хатта сит илдәрҙәге ватандаштарыбыҙ араһында ла күптән танылып өлгөрҙө.
Оҫта ҡуллы һөнәрсе Руслан Сәлмән улы һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә, ул уңайлы эш өсөн төрлө ысулдар эҙләй һәм аяҡ кейеме табаны киҫә торған станок уйлап таба. Сөләймәновтар сифатлы аяҡ кейеме тегеүҙең нескәлектәрен башынан аҙағына тиклем белеп башҡара. Һәр ғаилә ағзаһы тегеү оҫталығының серҙәрен яҡшы белә. Әйткәндәй, “Байыҡ” республика телевизион бейеү бәйгеһе еңеүселәренә бирелгән сувенир бүләктәр – тап Сөләймәновтар етештергән ҡупшы ситектәр.
Ғөмүмән, башҡа әүҙем ғаиләләр кеүек үк, Сөләймәновтар ҙа уңғанлығы, кешелекле һәм алсаҡ булыуҙары менән күҙгә ташланып тора. Улар барлыҡ идеяларын да, килеп тыуған һорауҙарҙы ла уртаға һалып, кәңәшләшеп йәшәй. Был иһә ҙур уңыштарға һәм яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Ҡулдарынан тылсым тамған оҫталар эштәренең заказсыға оҡшауынан һәм яҡшы баһалама, рәхмәт алыуҙарынан ҡәнәғәт.
Эшҡыуырлыҡта ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшкән ғаилә яуаплылыҡ хаҡында ла яҡшы белә, әлбиттә. Ситтән ҡарап торғанда барыһы ла еңел күренгән эш ҙур тырышлыҡ һәм берҙәмлек талап итә, ти улар үҙҙәре. Яҡшы, ныҡлы ептәр, сифатлы күн табыу, орнаменттарҙың төрлө булыуына өлгәшеү оҫталар өсөн күп кенә ваҡыт талап итә...
– Сифаты яҡшы булһын тип эҙләнеүҙәр, әлбиттә, бушҡа үтмәне, хәҙер инде шатланып эшләйбеҙ, иң мөһиме, балалар – ярҙамсыларыбыҙ, – ти оҫталар, йылмайып. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Улдары Раушан, Сибай сәнғәт колледжының йыр бүлеген тамамлап, әлеге мәлдә Өфө дәүләт сәнғәт институтында ситтән тороп уҡыуын дауам итә. Атаһының һөнәрен дауам итеп, ҡыҙҙары Гөлназ Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында бейеү серҙәрен өйрәнә. Шуға ҡарамаҫтан, балалары ата-әсәһенә һәр ваҡыт ярҙам итә.
Был ғаиләлә барыһы ла йыр-бейеүгә маһир, шуға күрә әҙ генә ваҡыт булыу менән йә иһә байрам үткәргәндә ғаилә башлығы өҙҙөрөп гармунда уйнай, тормош иптәше, улдары моңло итеп йырлап, ҡыҙҙары бейеп, ихлас ял да итәләр.
Тормошта татыу ғаилә эштән һуң баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә лә өлгөрөлә, ә бына хайуандарҙы яратыуы, хужаһыҙ ҡалған эттәрҙе тәрбиләүе – тағы ла һоҡландырғыс.
Республика кимәлендә еңеү
Әйткәндәй, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022” асыҡ республика конкурсының һайлап алыу турҙары Башҡортостандың ете районында үтте. Ҡала кимәлендәге турҙа Стәрлетамаҡтан барлығы өс ғаилә ҡатнашты, бер генә ғаилә һайлап алыу төбәк этабына үтте һәм Стәрлетамаҡтан республика конкурсында Сөләймәновтар ғаиләһе ҡатнашты. Мәләүез ҡалаһында уҙғарылған һайлап алыу төбәк этабында өс минутлыҡ видеояҙмала “Ғаилә һөнәрселеге” оҫталығының төп темаһын асып, бар яҡлап та күрһәтә алдылар. “Ғаилә һөнәрселеге” номинацияһында Сөләймәновтар беренсе урынды яулап, республика этабына үтте һәм был бәйгелә лә беренселекте бирмәне!
- Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА