Өфөнөң бер нисә юғары уҡыу йорто ғалимдары бейә һөтөн эшкәртеү һәм һаҡлауҙың уникаль технологияһын булдырыу менән шөғөлләнә. Был технология кире йоғонто яһаған эҙемтәләрҙе юҡҡа сығара, ризыҡты зарарһыҙландыра, шул уҡ ваҡытта уның файҙалы үҙенсәлектәрен дә һаҡлай. Иң мөһиме – һөттө оҙағыраҡ һаҡларға мөмкин буласаҡ. Яңы алым аҙыҡ-түлек тармағында ла, косметика сәнәғәтендә лә киң ҡулланыла ала.
— Проектты тормошҡа ашырыу һәм уны баҙарға сығарыу өсөн финанслауҙы Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды бүлә: проект авторҙары, “Старт” федераль конкурсына ярашлы, 3 миллион һум аҡса алған. Грант аҡсаһына улар һынауҙарҙы тамамлау, аҙ күләмдә етештереү өсөн тулы үлсәмле ҡоролма әҙерләү һәм бейәләрҙе һауыу миҙгеле башланыу менән яңы технологияны ҡулланып ҡарау, уға тиклем ҡоролманы етештерә башлау мөмкинлегенә эйә, — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдарынан торған эш төркөмө, шулай уҡ “Благзавод” ғилми-етештереү үҙәге ошо проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә тырышып эшләй. Лаборатор тикшереүҙәр үткәрелә, продукттың эксперименталь партияларын әҙерләйҙәр, бейә һөтөн эшкәртеү ҡоролмаһының прототибын булдырғандар.
— Бейә һөтө балалар туҡланыуында һыйыр һөтөнә алмаш булараҡ ҡулланыла, косметик әйберҙәр етештереүҙә алмаштырғыһыҙ сеймал. Әммә һорау менән файҙаланһа ла, кәрәкле күләмдә етештерелмәй, сөнки продуктты һаҡлауы ауыр һәм алыҫ юлға ташыу мөмкин түгел. Һөттөң башҡа төрҙәренән айырмалы рәүештә, уны пастеризациялау ҙа, стерилләү ҙә мөмкин түгел — йылытыу бейә һөтөн файҙаһыҙ продуктҡа әйләндерә, — тип аңлата проект етәксеһе Гүзәл Ардаширова.
Ғалимдар тәҡдим иткән технология бейә һөтөн эшкәртеүҙең бер нисә этабын үҙ эсенә ала. Беренсе стадияла ультрафиолет нурҙар тәьҫирендә микроорганизмдар күпләп үлә, шулай уҡ D витамины миҡдары ла арта. Һуңғы стадияһы — ультратауыш менән эшкәртеү, ул һөттә бактериялар күләмен кәметә. Шул уҡ ваҡытта заводтың конструкцияһы иҡтисади йәһәттән бик отошло килеп сыға: энергияны аҙ тотона.
Идея авторҙары бейә һөтөн эшкәртеү өсөн ике төр ҡорамал етештерергә ниәтләнә: береһе — биш бейәле бәләкәй хужалыҡтар өсөн, икенсеһе — 200-гә тиклем бейә тотолған хужалыҡтар өсөн тәғәйенләнәсәк. Бынан тыш, косметик продукция етештереүгә һәм һатыуға әҙерләнә.
Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан Башҡортостандан 96 проектҡа Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан 304 миллион һум күләмендә грант ярҙамы алған. Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды эшҡыуарҙарҙы консультацияға саҡыра.
- Лилиә НУРЕТДИНОВА