Башҡортостандың баш ҡалаһында урынлашҡан лимонарийҙа уңыш йыя башлағандар. Лимонарий директоры Фәриҙә Саҙиҡова билдәләүенсә, лимон йыл да ошо мәлдә бешә башлай, ә быйыл улар мул уңышы менән ҡыуандыра.
– Беҙҙең лимондар экологик яҡтан таҙа. Беҙ уларҙы бары тик биологик ашламалар ҡулланып үҫтерәбеҙ. Шуға уларҙың ҡайһы берҙәренең тышҡы ҡиәфәте бик үк матур булмауы ла ихтимал, әммә был лимондарҙың файҙалы булыуына шик юҡ, – ти Фәриҙә Саҙиҡова.
Лимон өлгөргән саҡта лимонарийҙа хуш еҫтәр аңҡып тора. Ошо илаһи мәлде барып күреү мөмкинлеге бар.
- Лилиә НУРЕТДИНОВА