Алаҡай ауылында ҡатын-ҡыҙҙар һалдаттарға ярҙам күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индерә. Скворчиха ауылынан һарыҡ йөнөн туплап, алаҡайҙар иһә күмәкләп өмә ойоштороп тетә һәм иләй. Был эште күберәк оло йәштәгеләр башҡара, йәшерәктәр ҙә ситтә ҡалмай, һәр кем өйҙәрендә йөн ойоҡтар бәйләү менән мәшғүл.
– Эштән һуң кисен үҙем дә хәрбиҙәр өсөн йылы кейемдәр бәйләйем. Ғөмүмән, беҙҙең ауыл советына ҡараған ауылдар ярҙам сараларына дәррәү ҡушылды. Яңыраҡ ҡына Кинйәкәй ауылы халҡы биш ҡап посылка тултырып ебәргәйне. Унда, бәйләнгән әйберҙәрҙән тыш, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ оҙатылды. Кинйәкәйҙәргә һарыҡ йөнө менән Юлдаш ауылынан ярҙам иттеләр. Беҙҙең тарафтан хәрбиҙәргә посылкалар даими оҙатылып тора. Яҡташтарымдың битараф булмағандары өсөн ғорурланам. Мәҫәлән, Алаҡайҙан Альберт Исламғолов менән Булат Тимеров 75 килограмм бал килтерҙе, – тип һөйләне Скворчиха ауыл биләмәһе башлығы Сәлимә Герасименко.
Йөрәк йылыһын һалып бәйләнгән әйберҙәр һалдаттарҙың аяҡ-ҡулын ғына түгел, күңелдәрен дә йылытыр.
- Р. ӘХМӘТГӘРӘЕВА
Ишембай районы