Юлдар – тормош көҙгөһө тиҙәр, сөнки уларҙың торошо төбәктең социаль-иҡтисади кимәлен сағылдыра.
Тармаҡты үҫтереүгә Мәләүез юл-төҙөлөш ремонт идаралығы ла лайыҡлы өлөш индерә. Ул “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтендә алдынғы идаралыҡтарҙың береһе һанала. Юлдарҙың торошон йыл әйләнәһенә, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, йәмәғәт транспортының тотороҡло һәм яйға һалынған эшен, йөк һәм пассажирҙар ташыу хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Юғары һөнәри оҫталыҡ һәм көсөргәнешле хеҙмәт талап итә был эш. Салауат Сулпан улы Хәсәнов етәкселек иткән идаралыҡта тырыштар, юлсы һөнәрен яҡшы аңлағандар һәм уға тоғролар эшләй. Бөгөнгө ҡатмарлы иҡтисади осорҙа ла һынатмайҙар һәм райондың, тотош республиканың юл селтәрен яҡшыртыуға ҙур өлөш индерәләр.
Предприятие ҡарамағында 482 километр оҙонлоғонда юл селтәре иҫәпләнә. Быйылғы йыл һөҙөмтәләре буйынса, Мәләүез районы юлсылары йөкмәтелгән бурыстарҙы ҙур яуаплылыҡ менән башҡарҙы. Алтмыштан ашыу кеше хеҙмәт иткән предприятие быйыл да планлаштырылған эштәрҙе ваҡытында башҡарҙы. Салауат–Дмитриевка – Петропавловка юлында ике километрҙа, Ергән-Нордовка – Стәрлебаш юлдары ремонтланған һәм асфальт түшәлгән. Бынан тыш, Мәләүез – Нөгөш юлын төҙөкләндереү маҡсатында торба үткәргәндәр, ҡала урамдарында юлдар тәртипкә килтерелгән.
“Район ҙур, проблемалы биләмәләр күп. Нордовка, Хлебодаровка юлдарын ҡышҡы бурандар ҡаплай, эшселәр таңғы биштән эш башлайҙар”, – ти Салауат Сулпан улы.
Ғөмүмән, предприятиела юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Әле яңыраҡ Мәләүез – Нөгөш юлында торба үткәреү иң ҙур яуаплы эштәрҙең береһе булды. Предприятиеның сәғәтенә 240 тонна етештереү ҡеүәтенә эйә булған асфальт һәм бетон заводы бар. Завод Мәләүезде генә түгел, күрше районды асфальт менән тәьмин итеп өлгөрә. Продукцияның сифатын сертификатлы махсус лаборатория контролдә тота.
Коллектив үҙенең хеҙмәт алдынғылары менән ғорурлана. Юл хеҙмәткәрҙәре Ғәфүр Хәмиҙуллин, Фәнил Сәлихов, тракторсы Рәмил Хәмитов, мастерҙар Радик Ғәлиев, Камил Ҡолшәрипов, алдынғы водителдәр Игорь Шывырев, Инсаф Әйүпов, Ринат Мәнәнов, баш инженер Александр Денисов, лаборант Надежда Әхмәҙуллина – коллективтың таянысы.
Шуныһы һөйөнөслө: барыһын да уртаҡ маҡсат берләштерә. Табышлы эшләгәс, юлсыларға иғтибар ҙур. Хаҡлы ялдағылар ҙа онотолмай, йәштәр ҙә иғтибар үҙәгендә, коллектив килешеүендә ҡоролған барлыҡ ярҙам да күрһәтелә. Предприятие коллективы социаль яҡтан яҡланған: эш өсөн бөтә кәрәкле кейем-һалым менән тәьмин ителгән, хеҙмәт хаҡы район буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ. Салауат Сулпан улына, йәш етәксе булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһенең һөйөнөстәре лә, көйөнөстәре лә яҡшы таныш. Уларҙың ауыр хеҙмәте һәм оҫталығы үҙ ваҡытында баһаланырға тейешлеген һәйбәт аңлай хәстәрлекле етәксе. Мәләүез юл төҙөлөшө идаралығының табышлы эшләүе “Башкиравтодор” йәмғиәте һәм үҙҙәре өсөн генә файҙа түгел. Ваҡытында һәм тейешле күләмдә һалым күсереп, республика, район ҡаҙнаһы ла тулыландырыла. Алда яуаплы осор – ҡышҡы айҙар етте, әммә Мәләүез уңғандары уны йылдағыса ныҡлы әҙерлек менән ҡаршы алды.
- Г. СӘХИЕВА