Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2022, 23:30

Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу мөһим

Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы Советы ултырышында властарҙың мәғлүмәт асыҡлығы тураһында һөйләне.

Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу мөһим
Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу мөһим

9 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты. Сараны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Унда округ райондарында социаль именлекте яҡшыртыу буйынса саралар ҡаралды.

Игорь Комаров билдәләүенсә, кешеләрҙең именлеге, уларҙың яҡшы тормошо, йәшәү сифаты яҡшырыуы, үҫеш шарттары һәм үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеген тыуҙырыу бөтә власть органдары эшендә төп йүнәлеш булырға тейеш.

– Кешеләр эшебеҙҙе күреп кенә ҡалмаҫҡа тейеш. Дәүләт сығанаҡтары мөмкин тиклем һөҙөмтәле, халыҡтың ихтыяжына ярашлы файҙаланылһын өсөн, уларҙың социаль әһәмиәтле ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнашыуы мөһим. Был эшмәкәрлектең бөтә йүнәлештәренә лә, шул иҫәптән уңайлы мөхит булдырыуға ла ҡағыла. Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәрендә лә ҡала мөхитенең сифат индексы үҫә, был төбәк властарының һөҙөмтәле эшен күрһәтә, — тине ул.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы, уларҙың йәмәғәт киңлектәрен, социаль инфраструктураһын үҙгәртеп ҡороуҙа уңышҡа өлгәшеүҙең мөһим шарты булып халыҡтың был эшкә йәлеп итеү кимәле тора, тип өҫтәне. Игорь Комаров уңышлы миҫал итеп Башҡортостанда тормошҡа ашырылған инициативалы бюджетлау программаһын атаны.

Ултырыш барышында Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре төбәктәрҙең тәжрибәһе, кире бәйләнештең һөҙөмтәле механизмдарын булдырыу буйынса тәҡдимдәре тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында власть, урындағы үҙидара органдарының мәғлүмәт асыҡлығы принциптарына туҡталды.

– Һуңғы йылдарҙа беҙ был өлкәлә яңы бурыстар ҡуйған етди ауырлыҡтар менән осраштыҡ. Пандемия ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аралашыуҙың яңы форматын төҙөргә мәжбүр итте. Махсус хәрби операция һәм өлөшләтә мобилизация үткәреү ҙә беҙҙән халыҡҡа хәбәр итеүҙә системалы эш алып барыуҙы талап итте. Беҙҙең округ төбәктәре ҡатмарлы процестарҙа мәғлүмәт менән идара итеүҙә уңышлы тәжрибәгә эйә. Мәҫәлән, Башҡортостанда Сибай карьеры тирәһендәге хәлдәр, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙағы хоҡуҡ боҙоуҙар шундай сәбәптәр тыуҙырҙы. Бөтә осраҡтарҙа ла эшебеҙҙе өс принципҡа — оператив яуап биреүгә, асыҡ фекер алышыуға, мәғлүмәтте киң яҡтыртыуға таянып ойошторҙоҡ. Был халыҡ менән берлектә проблемаларҙы тыныс һәм планлы хәл итергә мөмкинлек бирҙе, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы һанлы инновацияларҙың халыҡ менән аралашыуҙа мөһим роль уйнауын билдәләне.

– “Инцидент менеждмент” системаһын һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” кире бәйләнеш порталын уңышлы ҡулланыу көнүҙәк мәсьәләне баһалауҙың мөһим ҡоралына әүерелде. Был аралашыуҙа Төбәк идаралығы үҙәктәре һиҙелерлек ярҙам күрһәтә. Башҡортостанда Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре муниципаль берәмектәр, төбәк һәм федераль министрлыҡтар, ведомстволар менән берҙәм эш итә. Уларҙың һәр береһенә Республикаға идара итеү үҙәгенән куратор тәғәйенләнә, ул халыҡтың һорауҙарын хәл итеү сифатын һәм яуаптарын күҙәтә. Республикаға идара итеү үҙәге мөрәжәғәттәрҙе анализлай, системалы мәсьәләләрҙе асыҡлай, ултырыштар, фокус-төркөмдәр үткәрә. Һөҙөмтәләр махсус кәңәшмәләрҙә еткерелә. Һәр дүшәмбе республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә халыҡты ниндәй мәсьәләләр иң ныҡ борсоуы тураһында доклад тыңлайбыҙ, — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы ялған хәбәрҙәрҙең таралыуына ҡаршы алып барылған көрәшкә лә туҡталды.

– Ялған мәғлүмәт таралыуға ҡаршы тороу өсөн системалы, йүнәлешле эшләү кәрәклеген аңлайбыҙ. Унда дәүләт власының бөтә кимәлдәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм социаль селтәрҙәрҙең администраторҙары үҙҙәре ҡатнашырға тейеш, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

“Диалог” йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Табак Волга буйы федераль округы төбәктәренең интернет селтәрендәге эшенә эксперт баһаһы бирҙе. Атап әйткәндә, ул Башҡортостан идара итеү командаһының мәғлүмәт мөхите менән эште һанлаштырыу процестарына йәлеп ителеүен билдәләне. Шуның һөҙөмтәһендә республика Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инә.

Ул шулай уҡ “Башҡортостан Башлығының тура бәйләнеше” кеүек кире бәйләнеш форматының социаль эффектын юғары баһаланы. Быйыл ул 27 октябрҙә үтте. Халыҡ менән аралашыу һөҙөмтәләре буйынса республика Башлығы яуаплы етәкселәргә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең аныҡ ваҡытын билдәләп, бер нисә күрһәтмә бирҙе.

– Мөһим яңы формат – социаль селтәрҙәрҙә дәүләт хеҙмәткәрҙәренең тура трансляцияһы. Ул муниципаль һәм төбәк кимәлендә проблеманы асыҡларға, хәл итергә, уның киҫкенләшеүенә юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ ҡыла, — тине Владимир Табак.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru.

Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу мөһим
Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу мөһим
Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу мөһим
Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу мөһим
Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу мөһим
Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу мөһим
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас