Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2022, 19:30

Ватан Геройҙары көнө менән!

Игорь Комаров Волга буйы федераль округы халҡын тәбрикләп, уларға сәләмәтлек, именлек теләне.

Ватан Геройҙары көнө менән!
Ватан Геройҙары көнө менән!

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Волга буйы федераль округы халҡын Ватан Геройҙары көнө менән ҡотланы.

"Ватаныбыҙ һәр ваҡыт хәрби традициялары, ил һаҡсыларының батырлығы, фиҙакәрлеге менән данлы булды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда һуғышҡан һәм эшләгән кешеләр быуыны ныҡышмалылыҡ, ысын ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Уларҙың батырлығы - замандаштарға, Афғанстанда, Төньяҡ Кавказда террорға ҡаршы һәм хәҙер Украинала махсус хәрби операция барышында именлегебеҙҙе яҡлаған яугирҙәребеҙгә үрнәк.

Әлеге мәлдә Ватан һаҡсыларының батырлығы тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау һәр беребеҙ өсөн, айырыуса йәштәргә мөһим.

Геройҙар — ғәҙәти кешеләр, улар беҙҙең һымаҡ уҡ эшләй, уҡый, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә... Әммә улар Ватан саҡырғас, һәр ваҡыт икеләнмәйенсә, шикләнмәйенсә яуап бирә. Батырҙар менән ғорурланабыҙ, Ватанды һаҡлаусыларҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ, уларҙы һәр саҡ хәтерләйбеҙ", — тиелә Игорь Комаровтың ҡотлауында.

Тулы хоҡуҡлы вәкил Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙең барыһына ла сәләмәтлек, именлек теләне.

Фото: 

 

Автор:
Читайте нас: