Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2022, 17:46
1

Ил йөҙөнә сыҡҡанда

ҠОТ ӨСӨН

 

– Яртылаш тулымы, яртылаш бушмы?

– Бүҫкә.

– Пессимисһығыҙмы?

– Юҡ былай.

– Ә ниңә улайһа тулыраҡ түгел?

– Ҡот китмәһен өсөн.

– Ошоға ысынлап ышанаһы­ғыҙмы?

– Халҡыбыҙға хас сифат, ҙур ҡаҙаныш та кәметеберәк әйтелә. Бесәнде лә ташып һарай башына һалмаҫ борон еңел һуланылмай.

 

АЛҺА АЛА...

 

Торғаны бер сәхнәсе ул. Нимә ҡылһа-ҡыланһа ла килешә. Әле бына, үткәненән бер күренеште һөйләгәнендә лә, ултырыптар ғына сыҙамай. Йөрөп алып китә, ҡулда­рын һелтәй, күкрәк кирә, бабай­ҙарса кәкрәйә. Берсә батыр, берсә бахыр, берсә ир, берсә ҡатын. Балаға ла әүерелә йәһәт кенә.

Нимә тураһында һөйләгәненән бигерәк нисек һөйләгәне ҡыҙыҡ. Түҙмәй көләм дә ебәрәм.

– Ышанмайһыңмы? – тип тишеп баҡты, ана.

– Ышанам! Ымдарың йәтеш.

Артабан бәйәнләй. Гүйә, кадрҙар йыш алмашынған фильм ҡарайым. Кешене һөйләтеп-һөйләтеп, музыка менән баҫырып дауам итеү бар бит, бында ла шуны ҡулланырға мөмкин. Хәрәкәттәре шул хәтлем ки оҫта: һүҙҙең ни хаҡта барғанын белмәһәм дә, асыҡ аңлармын һымаҡ, ләкин телһеҙ ымдар түгел был, ә телле һындар – телде сәхнәләштереү, байытыу.

– Ә аяҡта бит – туфли ғына! – тине. Ниңәлер үҙе кейгәнгә түгел, минекенә күрһәтте.

Туп-тура, ышаныслы башҡа­рылды хәрәкәт, әйтерһең, ғүмер буйы сәхнәлә ошо ғына күренеште уйнап, ятлап бөткән.

Алһа ала шул әҙәм тәбиғәттән һәләтте...

 

ТАНЫШЛЫҠ БӘЛӘҺЕ

 

– Машина ҡарарға киләм! – тип хәбәр ителде ауылдан.

– Бик арыу! Бергәләп барырбыҙ.

– Шуға шылтыратам да инде! – Ҡабаланып, бер тында өрҙө быны трубкаға ҡусты, гүйә, кире уйлап ҡуйыуымдан хафалана.

– Ҡайһы марка, модель һай­ланың?

– Бер нәмәлә лә туҡтал­маған­мын... – Телефондың теге осо ғәйепле шымды.

– Ә-ә... Ярай, хәл итербеҙ.

– Ҡулдан ҡарайым, тигәйнем... Яңыһына ней... хәл етмәй, – быны тағы ла төшөнкөрәк тауыш менән әйтте, хатта тотлоғоп алды.

– Аптырама, иҫкенең дә арыу ғыналары була ул.

– Рәхмәт, ағай!

Килде. Йөрөлгән автомобилдәр рәтенән атлайбыҙ. Двигателенә тиклем ялтыратып йыуылһа ла, йылдар йөгө баҫыуҙан бойоҡтары ла, бик бирешмәгәндәре лә бар. Нисә-нисәмә кинола ҡабатланған күренеш – балалар йортонда етемдәрҙең: “Ал мине, зинһар, тик мине ал!..” – тип мөлдөрәп ҡарауын хәтерләтте был. Хәйер, ололар йортоналыр – байтаҡ ғүмер һөрөп ташлағандар. Кәләш эҙләмәйбеҙ, шулай ҙа йәшерәге, арымағанырағы кәрәк.

Тауарҙы һатыусының холоҡ-ҡылығына ҡарап та алыусанмын үҙем. Тәүгеһе һоҡланғыс шәп булып та, икенсеһе оҡшамағанда ҡырт боролған саҡтарым бар. 

Бынауһы ыңғай холоҡло. Һорау­ҙарыбыҙға ихлас яуап бирә, алан-йолан ҡаранмай, һүҙҙе ситкә бормай. Ғәжәп, әммә алдамағандай һымаҡ.

– Һәр машинаның һәйбәт һәм хөрт яҡтары була, – тине. Миҫалдар менән нығытты. Раҫлау менән килештек.

– Һеҙҙе ҡайҙалыр күргән һымаҡ­мын... – тип мөрәжәғәт итте йөрөп ҡарарға рулгә ултырғанымда.

– Бәлки... Әҙәм менән әҙәм осрашмай тормай, – тип дөйөм, фәлсәфәүи яуапланым.

– Эйе... Телевизорҙа түгелме икән?

– Булыуы бар. Тапшырыуҙарҙа ҡатнашҡылайым һирәкләп.

– Унда эшләгәндәрҙе беләһе­геҙҙер, тимәк? – Һатыусы төпсөнөүен дауам итте.

– Эйе.

– Йә, ярай, машинаны ҡарағыҙ, – тип һүҙҙе ҡапыл төп мәсьәләгә күсерҙе артабан егет. Яҡшы тип баһалаған яҡтарын теҙҙе. Хәҙер инде иғтибары күберәк ҡустыға йүнәлгән.

Ә мин рулде һыйпайым, авто­мобилдең ыҙалыҡты күпме күргәнен ул да күрһәтә бит. Ныҡ туҙмаған. Бая педалдәргә лә күҙ һалғайным – резина тышлыҡтары ашалмаған.

– Берәйһен беләһеңме әллә? – Әйтеп бөтөлмәүҙе, мәсьәлә­ләрҙең тулы хәл ителмәй ҡалғанын яратмайым, шуға, бара биргәс, баяғы һүҙҙе яңынан тергеҙҙем.

– Юҡ. – Бына был юлы алдашҡандай.

Бер килкенән намыҫы етмәне барыбер ҙә:

– Ба-а-р былай таныштар.

– Кемдәр? – Асыҡлауҙы таптырҙы яуап.

– Ҡуй, әйтеп тормайым, – тип йылмайҙы. – Әтеү мотлаҡ уртаҡ таныштар килеп сығасаҡ.

– Туған булып сығыуыбыҙ ҙа ихтимал. – Утҡа бензинды мин дә һиптем.

– Эйе.

– Шәп тә инде!

– Юҡ. – Һатыусы килешмәне. – Унда инде машинаны осһоҙға тот­торорға тейеш булам. Ә улай итә алмайым, өҫтән төшөрөлгән хаҡ бар.

Ризалашып баш ҡаҡмай сара ҡалманы.

 

ЕР ҘӘ КҮК

 

Социаль селтәрҙә йылҡы ите һатылғаны тураһында иғлан эленгән. Һәйбәт кенә яҙылған. “Ат ите” тиелмәгән. Йылҡы һүҙенә “малы” тип ҡойроҡ та өҫтәлмәгән. Юғиһә бейә малы, тай малы, айғыр малы тип сурытыу бар. “Ҡартаһы менән бергә бирәм”,  тиелгән. Ләкин төп тексты  комментарийҙар йә балҡытып-ҡалҡытып ебәрә, йә төшөрә бит. Бында икенсеһе ине. “Картаһына нимә яҙылған?” – тип, баҫымды тәүге ижеккә ҡуйыптыр, шаяртҡайны, йәнәһе, берәү.

“Ҡарта менән, мәҫәлән, банк картаһының айырмаһы – ер ҙә күк, араларында быуаттар ята”, – тип яҙһаң ине лә бит. Әммә, берҙән, йөҙ йыртҡы килмәне, икенсенән, хатаны таныу булһа ярай, булмай был күпселектә. Ниндәйҙер дәрәжәлә билдәле кеше булыуың да туҡтата бындай осраҡта, әреп һүҙенә төшөп китә алмайһың. Иң дөрөҫө – википедияныңмы, башҡа ресурстыңмы ҡартаның йылҡыға бәйле боронғо башҡорт һүҙе икәнлеге аңлатылған урынына һылтанма ҡуйыу булғандыр ҙа бит, быға ла барманым. Үҙемдең исемдән әйтергә уңайһыҙландым, ә ялған сәхифәм юҡ.

Үҙеңде лә, кешене лә әлеге хәлдә ҡалдырмаҫ өсөн ныҡ уйлап яҙырға кәрәклек тураһында һығым­таны йәнә яһайбыҙ инде: ил йөҙөнә сығаһың бит, яуаплылыҡ ҙур.

 

ЙӘМЛЕ ХАТА

 

Мәҡәләмде ҡабаланып теҙҙем дә теҙҙем – фекер яҙғы һыуҙай урғылғанда теркәп өлгөрөргә кәрәк. Яҙғанымды мең уҡыйым, уҡыусым-тыңлаусым алдына юғары сифат менән барып баҫыу – ҡаты ҡағиҙәм. Яңылыш “матуриал” тип ҡуйғаныма иғтибар иттем. Төҙәттем, әлбиттә, әммә быны теләкһеҙ башҡарҙым, сөнки у менән дөрөҫөрәк тойолдо. Эфирҙы тулыландырған, йәмләгән нәмәләр тураһында ине һүҙем.

 

ЙОМШАҠЛЫҠ ҺӘМ ҠАТЫЛЫҠ

 

Берәүҙең түрәһе, кеше бар тип тә тормай, әрләп, өҫтәлен яман шаҡылдатып, сығып китте.

– Өҫтәлеңә берәй нәмә йәй...  – Ҡунаҡ киләсәктә бынан ҡотолоу ысулын тәҡдим итә башлағайны, тегеһе йәһәт эләктереп алды:

– Йомшаҡ ҡына.

– Ҡаты-ы!

– Йомшаҡ! Ишетелмәһен өсөн!

– Ә мин энәлеме, быжырмы нәмә тигәйнем. Бер туҡылдатып йәрәхәтләнһә, икенсегә тартыныр.

– Йо-оҡ… Улай дөрөҫ булмаҫ.

Бер нәмә лә йәйелмәне, әлбит­тә. Ә һөйләшеүҙә ике кешенең ҡап­ма-ҡаршы холҡо яҡшы сағылды.

 

ЙӘМЛӘЙ ГЕНӘ

 

Бер иптәштең ҡулын артығыраҡ ҡыҫып ташланым – сытыйып китте.

– Ағайҙар усы ошолай була, – тип әллә аҡландым, әллә маҡтандым.

– Шулайын-шулай ҙа ул... – Ҡусты барыбер ризаһыҙ.

– Ике аяҡ та ауырта, шуға бөтә көс ҡулға төшә, – тип асыҡланым.

– Нимә булды?

– Өйкәттем.

– Ә-ә-ә. Ҡайҙа йөрөнөң ул хәтлем? Маршировать иттеңме әллә?

– Эйе, 9 майҙа.

Парадта уҡ асфальт төймәһәм дә, Өфөнөң Октябрь проспекты буйлап ысынлап та үттем. 1943 йылғы өлгөләге гимнастерка, пилотка, ҡайыш, портупея. Лейтенант погондары (запастамын). Хром итек. Нәски. Хәрби түгел, ғәҙәти. Бына шул боҙҙо ла эште. Тура эфирҙа репортаж эшләйем тип саптым да саптым. Киске тапшы­рыуға яҙмалар ҙа кәрәк ине. Шул арала гармун уйнап, хәрби йырҙар йырлап барыу ҙа бурыс. Телевидениенан да яңылыҡтарға тураға сығып һүҙ әйтерһең әле, тип киҫәтеп ҡуйылғайны. Ләкин былар – ғәҙәти мәшәҡәт. Ә төп ғәйеп әлеге нәскиҙә. Бөтә нәмәне урын-еренә еткереп башҡарырға күнеккәнмен, әммә сылғауға ҡул етмәне лә етмәне. Дөрөҫөрәге, уның өсөн ҡайҙа, ниндәй материал алыу тәңгәлендә аныҡлыҡ булманы.

Бөгөн әрмелә ул юҡ – рәсми телдә әйткәндә, хәрби хеҙмәткәрҙәр мөлкәте исемлегенән сығарылды. Ә заманында ике йыл буйы ураным. Ҡайһы бер хеҙмәттәштәремә ҙур бәлә булһа ла, миңә ҡыйынлыҡ килтермәне, “гражданка”ла өйрән­гәйнем. Кирза итеккә хөрмәтем бала сағымдан оло булды. Егетте егет итеп күрһәткән нәмәләй күрҙем. Ялтыратып ебәрәм, ялтырында, көҙгөгә ҡарағандай, сәс һыйпайым. Һыбай йөрөгәндә, ҡатылығы арҡаһында, аяҡты өҙәңге ауырттырмай. Мотоциклда тиҙлек алмаштырыуы ла уңайлы. 

Боронғолоҡмо? Бәлки. Етмәһә, сылғау еҫе тип танау борола. Ләкин таҙалыҡ барҙа еҫ юҡ ул. Икенсенән, хәрби булғас хәрби булһын, “гражданка” әйберҙәре сит ҡалһын. Үлсәме лә кәрәкмәй бының, шунһыҙ-ниһеҙ туҡыма киҫәге. Еҫ тигәндән. Нәскиҙеке, ғәфү ителһен, сылғауҙыҡынан күпкә яман, тип раҫлана һәм бының менән килешәйек тә. Сәбәбе – сылғауҙың еүеште яҡшыраҡ һеңдереүендә, ҙур булыуында, тиҙ кибеүендә. Йәнә лә кирза итектең үҙенә генә хас шәп хушы бар, ул еңеп тә китә. Сылғау урау нәски кейеү генә түгел, әммә ир-егетһең дә – бөтә нәмәне эшләй бел, яҡшы эшләй бел.

Сылғауҙы Петр Беренсе Голландиянан үҙләштергән, баҡтиһәң. Урамау мәлдәре лә булған: мәҫәлән, Пруссия алдында кәпәс сискән батшалар уларса кейендереп маташҡан. Тар ғына итеккә, лаклы туфлиға сылғау килешмәгән, гүйә һыйырға эйәр һалынған.

1812 йылғы Ватан һуғышы башына итек яңынан ҡайтҡан. Уның менән – сылғау ҙа. Мин хеҙмәт иткән мәлгә килеп еткән, үтеп тә киткән. Нәски ҙә булды беҙҙә былай. Парад формаһының бер өлөшө булған ботинка эсенән кейҙек. Йәшел йә ҡара. Уволь­нениеға сыҡҡанда бирелде. Хеҙмәт бөткәндә лә шулай уҡ. Армияға яҙ алыныуым сәбәпле шинелле, итекле ҡайта алмағаныма үкенесте алда ла белдергәнем булды, бер хикәйәмә лә инеп китте. Сөнки итекте ныҡ хөрмәт итәм. Ә ботинка барыбер ҙә “гражданка” әйбере һымаҡ. Нәскиле етмәһә. Ысын ир кейемеләй ул миңә хәрби итек.

Шуға аяҡ өйкәлгәнгә бер ҙә һуҡранманым. Ир-егет ара-тирә сатанлап алһа ла ярай ул – тимәк, буш ятмай, яуҙа булмаһа ла нин­дәйҙер шауҙа, дауҙа йөрөй. Яралар уны ысынлап та йәмләй генә.

 

(Аҙағы бар).

- Рәсүл СӘҒИТОВ

Читайте нас