Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2022, 17:40

Лоцман апайҙар

Ир-егеттәй ҡыҙҙар бар ине...

Бер уйлаһаң, Бөйөк Ватан һуғыш тамамланыуға ярайһы уҡ йәшәгән кеше ғүмере хәтлем ваҡыт үтеп китте. Тик яу ҡырында алған тән яралары иҫәндәргә һаман тынғылыҡ бирмәй. Һөйгәненән, иренән ҡалғандарҙың, атайһыҙ үҫкәндәрҙең күңел яралары уңалмай. Гәзит-журнал биттәрендә һуғыш хәтирәләре, тылдағыларҙың ҡаһарманлығы тураһында мәҡәләләр баҫылып тора.

 

Ағайҙарҙың нормаһы – беҙҙең ҡулда

 

Яҙыусы-шағирә Зөһрә Ҡотлогил­ди­наның: “Һуғыш яралаған бала саҡ”, “Һуғыш балалары һөйләй” исемле китаптары шул осорҙа тыу­ғандарҙы уйландыра ла, тет­рән­дерә лә. Шулай уҡ улар йәш быуынды патриотик рухта тәрбиә­ләү­ҙә оло әһәмиәткә эйә. Бөгөн мин дә әҙәм заты күтәрә алмаҫ ауыр­лыҡтар аша үтеп, бар көсөн Еңеүҙе яҡынайтыуға биргән апайҙар, инәйҙәр тураһында яҙырға булдым.

Фронт менән тыл араһында ныҡ­лы бәйлә­неш булғанда ғына еңеүгә өмөт итергә мөм­кин. Совет халҡы һуғыштың тәүге көндәренән үк бөтә иҡтисадты фронт мәнфәғәтенә үҙ­гәртеп ҡорҙо. Ошо маҡсаттан сығып, таулы райондарҙағы йүнләп иген үҫтереү мөмкин булмаған колхоздар промартелгә үҙгәртелде. “Башпромсоюз”ға берләштерелгән 252 промартель ағас ҡырҡыу, һа­лабаштан ҡап һуғыу, сабата үреү, сана, арба, артиллерия өсөн саңғы­лар эшләү менән шөғөл­ләнде, скипидар заводтары төҙөп, һуғыш талап иткән продукция етештерҙе.

Һуғыштың тәүге көндәрендә үк Бөрйән районы Үрге Нөгөш һәм Ғәлиәкбәр ауылдарының йөҙәрлә­гән ир-егете һуғышҡа юлланды. Тылдағы бөтә эш үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро ҡулына тороп ҡалды. Һуғыш ҡабыҡ ҡуптарыуҙың иң ҡыҙған мәлендә башланды. Уны ваҡытында һыуға батырмаһаң, ҡатып, сифатын юғалта. Комсомолкалар Зәйнәп Аҫылғужина, Бибиниса Әхтәмова, Зөләйха Юламанова, Йомабикә менән Йома­һолтан Йәғәфәровалар, Ғилминиса һәм Ғилмисафа Ғәбитовалар Гитлер башла­ған афәттең ауырлығы үҙ иңдәренә төшә­сәгенә бик тиҙ төшөндө. Комсорг Зәйнәп Аҫыл­ғужина етәкселегендәге ҡыҙҙар һала­баш һалыуҙы ваҡытында тамамланы. Ваҡыт менән иҫәпләшә торған осор түгел ине. Сеймалды әҙерләп ҡалмаһаң, йүкә ҡабығы июль урталарынан ҡупмай башлай, шуға күрә таңғы биштән ҡараңғыға тиклем эшләнеләр.

25 июндә, ҡыҙҙар ҡуптарған ҡабыҡты ҡабул итеп алғанда, бригадир Хәлил Әхмәтов ғәжәпләнеп ҡуйҙы: өс норманан да артыҡ эш­ләп ташлағандар! Комсорг Зәйнәп Аҫылғужина “Һуғышҡа киткән ағай­ҙарҙың нормаһы – беҙҙең ҡулда!’’ тигән саҡырыу яһай. Уның был саҡырыуы “Ҡыҙыл байраҡ’’ пром­артелендә киң яҡлау таба. Хатта 12 йәшлек Сәмәрә һеңлеһе лә апаһына, ағас ботап, өйөшөп йөрөй. Комсомол етәксеһенә эйә­реп, Бибиниса Әхтәмова һеңлеһе Ҡәнифә, Зөләйха Юламанова һеңлеһе Фәтиха менән көн һайын икешәр-өсәр норма бирә башлай. Был апайҙар ауыр һуғыш йыл­дарында хеҙмәт батырлығы күрһә­теү генә түгел, илебеҙҙең оборона фондына иғәнә түләүҙә, заемға яҙылыуҙа, немец фашистары баҫып алған өлкәләрҙән эвакуа­цияланған туғандаш халыҡтарға матди ярҙам ҡулы һуҙғанда Үрге Нөгөш һәм Ғәлиәкбәр ауылдары халҡы өсөн үрнәк була. Мәҫә­лән, 1942 йылда улар икешәр-өсәр айлыҡ эш хаҡы күләмендә заемға яҙыла. Һуғыштың һуңғы йылдарында ла был апайҙар заемға яҙылыусыларҙың исемлек башында була. 1944 йылда Бибинур Аҫылғужинаға 250 һумлыҡ суммаға заемға яҙылырға тәҡдим иткәс, уның: “Юҡ-юҡ, 500 һумға яҙығыҙ, минең Зәйнәптән ҡайһы ерем кәм?’’ – тигән һүҙҙәрен әле лә ауылда онотмай һөйләйҙәр.

 

362 вагон бүләк

 

ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1941 йылдың 5 сентябрендәге Ҡыҙыл Армияны кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү башланғысын хуп­лап, беҙҙең төбәк ауылдары халҡы һәр йорт иҫәбенән икешәр-өсәр пар ойоҡ­баш, бейә­ләй, шарф бәйләп тапшыра. 1941 – 1944 йылдарҙа Баш­ҡортостан хеҙмәтсәндәре фронтҡа 362 вагон бүләк оҙата, бында беҙ­ҙең апай-инәйҙәрҙең дә өлөшө ҙур. Ниндәй генә эш башҡарманы улар! Тыныс тормошта ирҙәргә төшмәгән йөк уларҙың иңенә һалынды. Шундай мәғлүмәт бар: һуғыш йылдарында илебеҙҙә күн һәм резина аяҡ кейеме етештереү дүрт тап­ҡыр­ға кәмегән. Көн буйына һуҙыл­ған ауыр эштән һуң шул апайҙар һәм үҫмерҙәр кис ултырып сабата үргән.

1941 йылдың октябрендә Зәйнәп апайҙы артель идараһына саҡыр­талар һәм ике комсомолканы Белоретҡа ФЗО-ға ебәреү кәрәк­леге тураһында әйтәләр. Шулай итеп, брига­даның төп терәге булған Зөләйха Юламанова менән Ғилмисафа Ғәбитова ФЗО-ға юллана. Ни эшләйһең, фронтты ҡорал менән тәьмин итеү өсөн эшсе ҡулдар ҙа кәрәк бит. Әммә улар китеү менән ағас ҡырҡыу планы кәмемәй. Уйланып ҡайта өйөнә комсорг. Көнкүрештең, эштең ауырлығына өҫтәлеп, һуғыш яландарынан “ҡара ҡағыҙҙар” килеп тора. Бына әле бригада ағзаһы Зәғифә Йәнғәлина, фин һуғышынан иҫән ҡайтып, немецтарға ҡаршы алышта батырҙарса һәләк булған ире тураһында үлем хәбәре алып, шаңҡып йөрөй. Бындай хаттар еңгәһе Байрамбикә Аҫылғужинаға, Ҡолшәрифә, Сәхипъямал инәйҙә­ренә лә килде. Ни эшләйһең, һуғыш бит, түҙергә кәрәк. Ошо ҡорбандар өсөн фашистарҙан үс алам тиһәң, өсләтә көс менән эшләргә кәрәк. Ошоно аңлатырға тырыша ул инәй-еңгәләренә.

Мәскәү янындағы еңеү тура­һындағы хәбәр 16 йәшлек ҡыҙ­ҙарҙың беләгенә лә, йөрәгенә лә көс өҫтәгәндәй була. Ҡыҙҙар үҙҙәре әҙерләп ебәргән ҡайын ағасының, Өфөлә фанераға бысылып, самолеттар төҙөүҙә ҡулланы­лы­уын белә ине. Был уларҙы тағы ла дәрт­лән­дереп ебәрә. Бына шулай һуғыш йылда­рында тылдағылар үҙҙәре­нең фиҙакәр хеҙ­мәте менән фронтҡа алһыҙ-ялһыҙ ярҙам итте.

Ваҡытлыса оккупацияланған өлкәләрҙе азат итеү башланғас, беҙҙең республика Ворошиловград өлкәһенең (хәҙерге Луганск – автор.) хужалығын аяҡҡа баҫтырыуҙы шефлыҡҡа алып, төҙөлөш материалдары, мал ебәрҙе. Үрге Нөгөш һәм Ғәлиәкбәр ауылдарынан да күптәр бушлай мал тапшырҙы. Курск дуғаһы һуғышында ҡаты яраланып ҡайтҡан Ғилман ағай Биккинин ауыл Советы рәйесе булып эшләй башлағас, “Ҡыҙыл байраҡ’’ промартелендә эш тағы ла йән­лә­неп китте. Рәйес, комсомол йәштәр бригадиры З. Аҫылғужинаны са­ҡыр­тып, уның менән фронтовиктарса һөйләшә. “Ағас әҙерләүгә аныҡ заданиелар азат ителгән өлкәләрҙе аяҡҡа баҫтырыу ихтыяжынан сығып ҡуйылды, уны ваҡыт менән иҫәпләшмәй үтәргә кәрәк. Донбасс шахталарын тергеҙеү­се­ләргә өҫ һәм аяҡ кейеме, көнкүреш кәрәк-ярағы йыйырға, был эшкә үҫмерҙәрҙе лә йәлеп итергә кәрәк”, – ти ул.

Ошо һөйләшеүҙән һуң һәр бригада норманы өс-дүрт тапҡыр арттырыу маҡсатын ҡуйып эшләй башлай. Кистәрен Зәйнәп үҙ өйөндә Сабир Ғәлиев, Йосоп Аҫылғужин кеүек үҫмерҙәрҙе сабата үрергә өйрәтә. Тиҙҙән Сабир Ғәлиев туғыҙ-ун йәшлек ҡустылары менән 100 пар урынына айына 700 парға тиклем сабата үрә башлай.

1944 йылда, азат ителгән өлкә­ләргә ағасты тиҙерәк һәм күберәк оҙатыу маҡсатында, тәүге төшө­рөлгән һалды Нөгөш тамағында туҡтатып, һыу һайыҡмаҫ борон та­ғы бер тапҡыр һаллап төшө­рәләр. Ул саҡта завод-фабрикаларҙа эшләгән һәр кем Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн квалификацияһын бер раз­рядҡа күтәрергә тейеш, тигән баш­ланғыс иғлан ителә. Ауыл ҡыҙҙа­рының бер миҙгелдә ике тапҡыр ағас ағыҙыуы ошоға яуап була.

 

Мәңге һүнмәҫ дан ҡыҙҙарға!

 

1945 йылдың ҡышында ҡыҙҙар айырыуса күтәренкелек менән эш­ләй. Һәр кем Еңеү яҡынлашыуын күңеле менән тоя. Ирҙәренең,  һөй­гән егеттәренең имен-һау ҡайты­уына өмөтләнә һәм ышана. Бай­рамбикә еңгә лә, Мөхәмәтға­рифы­ның үлем хәбәре 1943 йылда уҡ килһә лә, үҙе тыуып үҫкән Мәләүез яғына ҡайтып китмәй, һүнмәҫ өмөт менән ирен көтә, дәртләнеп эшләй.

Бына бер мәл ағас һалланып, һалсылар тейәнешеп бөтөүгә, радио аша һуғыштың тамамланыуы, тилмереп көткән Еңеү килеүе тураһында хәбәр итәләр. Бригадир йөҙҙәре яҡтырып, дәртләнеп йөрө­гән ҡыҙҙарға һалдарҙы ысҡын­дырырға бойора. Зәйнәп Аҫылғу­жина менән Бибиниса Әхтәмова – алғы ишкәктә, эргәләрендә – апай­ҙары менән һалға төшөүгә шатлан­ған 16 йәшлек Сәмәрә менән Ҡәнифә. Ирҙәрҙең дә теләгән береһе төшөргә баҙнат итмәгән һалда лоцман ҡыҙҙар китә...

Бына шулай, шул замандың ҡыҙ­ҙары ирҙәр йөгөн күтәрҙе, ир-ат эшен башҡарҙы, тик уларҙың көт­кән егеттәре генә ҡайтманы... Бәләкәй генә Үрге Нөгөштән һуғыш­ҡа киткән 17 һалдаттың 13-ө яу ҡы­рында ятып ҡалды. Көткән ке­ше­ләре фронттан әйләнеп ҡайт­ма­ғас, һуғыш тыуҙырған емерек­лек­тәрҙе тер­геҙеү өсөн икеләтә-өсләтә көс-ғәйрәт менән ең һыҙ­ға­нып эшләргә тура килде улар­ға. Мәңге һүнмәҫ дан шул заман ҡыҙҙарына!

Был мәҡәләне яҙырға түбәндәге ваҡиға мәжбүр итте. Былтыр беренсе мәртәбә Нө­гөш йылғаһы буйлап, артҡы ишкәккә баҫып, һалда тө­шөргә тура килде. Күбә дәүмәл­лек тулҡындар барлыҡҡа килтереп, төп-төҙ торған ҡаяларҙы күреп аптыраным. Артҡы ишкәккә 15-16 йәш­лек һеңлеләрен баҫтырып, бөйөрөнә таянып, ғорур ҡиәфәттә барған алғы ишкәктәге 19-20 йәш­лек лоцман ҡыҙ­ҙарҙы күҙ алдына килтереп, уларҙың батыр­лығына, дыуамаллығына, таһыллығына хайран ҡалып, ҡулыма ҡәләм алдым. Арҡыры ҡаяға етәрәк, Әйкәй шаршыһы өй ҡыйығы бейеклегендә тулҡын барлыҡҡа килтергәс, һал өҫтөнә ябырылған ташҡын ауҙара һуға яҙа. Шаршыны төшкәс, 40 – 50 метр алдараҡ, 70 градус мөйөш яһап, Арҡыры ҡая пәйҙә була. Алдағы лоцман егеттәрҙең береһе, һалдың баш кәшмәген ҡаянан аяғас, ярҙамға килеп өлгөрмәһә, минең артҡы кәшмәк ҡаяға бәрелеп селпәрәмә килә ине...

 

- Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН

Бөрйән районы

Читайте нас: