Белорет ҡалаһында йәшәгән 22 йәшлек Елизавета Петроман ҡатын -ҡыҙ өсөн ятыраҡ һәләткә эйә, тип билдәләй «Кп-Өфө».
Ул «һә» тигәнсә үтек, тулҡынлы мейес, электр сәйнүктәрҙе, электр ит борғостарҙы йүнәтеп ҡуя. Йорт техникаһының микросхемаларын аңлап эш итә.
Был эшкә килеүе лә осраҡлы була уның. Сервис үҙәгендә техниканы ҡабул итеп-тапшырып тороусы ялға китә, шул ваҡытта Елизаветаға сығалар, һәм ул ихласлап риза була. Әммә һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылған ҡыҙ тик кенә ултыра алмай. Телевизор пульттарын йүнәтергә өйрәнеп ала, артабан, эшен клиенттар оҡшатҡас, башҡа техникаға ла тотона, ентекле өйрәнә. «Мәктәптә уҡығанда, берҙән-бер «өслө» билдәһе тап физика фәненән ине», - тип көлә хәҙер ҡыҙ.
Бар яҡлап та һәләтле Елизавета буш ваҡытында һүрәт төшөрөргә, йырларға, үҙ ҡулдары менән ҡурсаҡтар яһарға ярата. Тыумыштан табаны зәғиф булһа ла, төрлө яҡлап үҫешә ул, тотонған һәр бер эшен еренә еткереп башҡара. Ижади күңелле ҡыҙ егеттәргә хас һәләтен ғаиләлә өләсәһенең, әсәһенең инженер-электрик булыуында күрә. «Был гендарҙан киләлер", - тип йылмая һылыу ҡыҙ. Фото "Кп-Өфө".