Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2022, 20:00

Рим Хәсәнов конкурс үткәрергә тәҡдим итте

"Атайсал" проектына бәйле конкурстың шарты ниндәй?

Рим Хәсәнов конкурс үткәрергә тәҡдим итте
Рим Хәсәнов конкурс үткәрергә тәҡдим итте

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында "Кесе Ватаным – Атайсал” форумы бара, тип хәбәр иткәйнек. Унда Башҡортостандың халыҡ артисы, арҙаҡлы композитор Рим Хәсәнов шиғырҙар конкурсы ойошторорға тәҡдим итте.

- "Атайсал" - ифрат әһәмиәтле, мөһим проект. Ул ауылдарҙың киләсәген хәстәрләүгә йүнәлтелгән, - тине композитор. - Ошо проект ҡарамағында иң яҡшы шиғырға конкурс ойоштороу идеяһы барлыҡҡа килде. Шарты берәү генә: һәр дүрт юллыҡта "атайсал" һүҙе булырға тейеш. Бәләкәй Ватандың йәшәү нигеҙе, тормошобоҙҙоң киләсәге икәнен аңлатыуға тос өлөш индергән мөһим проектҡа артабан да ҙур уңыштар теләйем!

Фото: "Атайсал" төркөмөндәге видеояҙманан скриншот.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: