Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2022, 22:20

Түбәнге Новгород өсөн тауыш бирәйек!

Ул “Рәсәйҙең йәштәр баш ҡалаһы” исеменә дәғүә итә.

Түбәнге Новгород өсөн тауыш бирәйек!
Түбәнге Новгород өсөн тауыш бирәйек!

Был исем өсөн финал тауыш биреүе старт алды, ул 10 декабргә тиклем дауам итә. Теләгән һәр кем Волга буйы федераль округы баш ҡалаһы өсөн маҡтаулы исемгә тауыш бирә ала (һылтанма: https://dom.fadm.gov.ru/#voting).

Быйыл Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ил ҡалалары араһында “Рәсәйҙең йәштәр ҡалаһы” статусын алыуға тәүге тапҡыр конкурс иғлан итте. Һәр ҡатнашыусы инновация идеяларын, проекттарын, сараларын күрһәтә алды.

Түбәнге Новгород һайлау этабын уңышлы үтеп, финалға сыҡты һәм “Йәштәр баш ҡалаһы” шоуын сығарыуҙа үҙен уңышлы күрһәтте. Беренселек өсөн шулай уҡ Владивосток, Яңы Уренгой, Калининград, Мурманск, Тула, Красноярск көрәшә. Иң күп тауыш йыйған ҡала “Рәсәйҙең йәштәр ҡалаһы” исеменә лайыҡ буласаҡ.

Быйыл декабрҙә “Йәштәр ваҡыты” Бөтә Рәсәй йәштәр ҡаҙаныштары премияһының һөҙөмтәләрен йомғаҡлау тантанаһында еңеүсе иғлан ителәсәк һәм титул тапшырыласаҡ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: