Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2022, 12:18

Яңы йылға ҙур бүләк

20 мең һумды кемдәр һәм нисек аласаҡ? Яуаптар бар!

Дүшәмбе Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала мобилизация­ланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтеләсәк яңы ярҙам төрө тураһында иғлан итте.

Яңы йылға Башҡортостандың бөтә мобилизацияланған кешелә­ре, уларҙың ҡатындары, бәлиғ булмаған балалары һәм көндөҙгө бүлектә колледжда йәки юғары уҡыу йортонда белем алған 23 йәшкә тиклемге балалары бер тапҡыр 20 мең һум аҡса аласаҡ. Был туралағы указға ҡул ҡуйылды ла.

Был ярҙам төрө иғлан ителеү менән кешеләр араһында һорауҙар тыуҙы. Кемгә тейеш был аҡса? Ниндәй документтар кәрәк? Аҡса ҡасан һәм ҡайҙа киләсәк? Шуға күрә шул уҡ кисте Башҡортостан юлдаш телеканалы халыҡҡа аңлатыу өсөн брифинг ойошторҙо. Унда республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова ҡатнашты.

Шулай итеп, Ленара Иванова белдереүенсә, аҡса мобили­зацияланған хәрбиҙәрҙең махсус асылған иҫәбенә киләсәк. Ә ғаилә ағзаларына халыҡты социаль яҡлау органдары, Күп функциялы үҙәктәр йәки дәүләт хеҙмәттәре порталы аша онлайн ғариза биреү етә. Түләмде алыу өсөн ни бары хәрби комиссариаттан белешмә  кәрәк. Шулай уҡ студент бала Рәсәйҙең икенсе төбәгендә уҡыһа, шул уҡыу йортонан белешмә талап ителәсәк. Башҡа документтар йыйырға кәрәкмәй. Был маҡсатта аҡса бүленгән, ул 26 декабргә тиклем түләнеп бөтәсәк.

– Ярҙамды мобилизациялан­ғандарҙың законлы ҡатындары ғына аласаҡ. Шулай уҡ бәлиғ булмаған балаларына һәм уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балаларына тейеш. Ата-әсәләренә һәм башҡа туғандарына ярҙам ҡаралмаған. Был маҡсат өсөн республика бюджетынан 400 миллион һум аҡса бүленәсәк. Түләмде алыр өсөн 6 декабрҙән алып мөрәжәғәт итә башларға була, – тине министр.

Шуныһына иғтибар итегеҙ: указға 5 декабрҙә ҡул ҡуйылды, ул ошо датанан ғәмәлдә. Тимәк, әгәр балаға, миҫал өсөн, 7 декабрҙә 23 йәш тула икән, ул түләмде барыбер аласаҡ. Бының өсөн ғаризаны ҡасан биреү ҙә мөһим түгел.

Тағы ниндәй ярҙам бар?

 

Башҡортостанда бынан тыш та хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам төрө бихисап. Уларҙың һаны утыҙҙан ашып киткән. Брифингта улар буйынса ла һорауҙар булды. Республикаға идара итеү үҙәге белгесе Ильяс Сәғитов белдереүенсә, мобили­зация­ланғандарға социаль ярҙам төрҙәре буйынса булдырылған чат-ботҡа әлеге бер тапҡыр бирелә торған түләм тураһында мәғлүмәт индерелгән дә. Ғөмүмән, был телеграм-ресурста ошоға ҡағылыш­лы бөтә яңылыҡтар ҙа шунда уҡ баҫылып бара.

Республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова үҙҙәренең ведомство­һы йәһәтенән ғаиләләргә ундан ашыу ярҙам төрө күрһәте­леүен билдәләне. Мәҫәлән, аталары мобилизацияланған бала­ларға ярҙам төрҙәре араһында 5 – 11-се класс уҡыусыларына бушлай эҫе аш бар, ул шулай уҡ һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусыла­рына ла тейеш. Был ярҙам сараһын ике мең уҡыусы һәм 520 студент алған да инде. Тағы ла бер ҙур ихтыяж менән файҙаланған ярҙам сараһы – мәктәпкәсә учреждение­ларҙа балаларҙы ҡараған һәм тәрбиәләгән өсөн түләүҙән азат итеү. Унан 2615 ғаилә файҙалана.

Ярҙам алыу бик ябай – ата-әсә ғариза менән мәғариф учрежде­ниеһына мөрәжәғәт итергә һәм хәрби комиссариаттан белешмә тапшырырға тейеш.

Уҡыусыларға ҡағылышлы тағы бер ярҙам – коммерция нигеҙендә дәүләт колледждарында, техникумдарында белем алған балалар дәүләт иҫәбенә уҡый ала. Бындай ярҙам сараһы көндөҙ уҡығандарға ғына ҡағыла. Бөтә уҡыу курсы бюджет иҫәбенә түләнәсәк.

Был айҙа уҡ министрлыҡтың махсус хәрби операцияла ҡатна­шыусыларҙың балаларын ял иттереү һәм һауыҡтырыу буйынса программа эшләй башлай. 18 декабрҙән ата-әсәләр төбәк шифаханаларына юллама алыу мөмкинлегенә эйә.

“Йыл әйләнәһенә, 14 көн һайын балаларҙы ял итеү өсөн профилле сменаларға урынлаштыра башлай­быҙ. Әлеге ярҙам төрө менән файҙаланыу өсөн мәғариф бүле­генә мөрәжәғәт итергә, ғариза, хәрби комиссариаттан белешмә тапшырырға кәрәк. Артабан беҙҙең төбәк операторы туплай һәм бүлә”, – тип аңлатты Инесса Косолапова.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова шифахана-курорт дауаһы алыу алгоритмы тураһында анығыраҡ мәғлүмәт бирҙе.

– Тәүҙә балалар хаҡында әйтә­йек. Уның өсөн ғариза яҙырға һәм хәрби комиссариаттан балалар поликлиникаһына белешмә кил­терергә кәрәк. Уларға Башҡорт­остан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы балалар шифаханаларында дауаланыу күрһәте­ләсәк, – тип аңлатты Гөлнара Зиннурова.

Махсус хәрби операция зонаһы­нан ҡайтҡандарға ҡарата киләһе тәртип ғәмәлдә: уларҙы асыҡлай­ҙар, дауалайҙар һәм реабили­тацияға ебәрәләр.

– Беҙ уларҙы артабан һауыҡ­тырыу, шифахана-курорт дауаһын алһын өсөн сертификаттар менән тәьмин итеүгә шифахана йүнәле­шен билдәләйбеҙ – был Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре ми­нистр­лығының яуаплылыҡ зонаһы, сөнки шифаханалар улар­ҙың ведомство­һындағы учреждениелар булып тора, – тине министр урынбаҫары.

Уның һүҙҙәренсә, министрлыҡта шифахана-курорт учреждениеларында ял итеүҙе регламентлаусы документ әҙерләнә.

Шулай уҡ Гөлнара Фаат ҡыҙы, мобилизацияланғандар һәм улар­ҙың ғаилә ағзалары теләһә ҡайһы шифахана директорына мөрәжәғәт итә ала, ә Һаулыҡ һаҡлау министр­лығы дауалау башланғанға тиклем ике ай дауамында ғәмәлдә булған шифахана-курорт картаһын әҙер­ләргә ярҙам итәсәк, тип билдәләне.

Гөлнара Зиннурова үҙ тармағын­дағы тағы ниндәй ярҙам булыуы тураһында һөйләне.

– Тәү сиратта был мобилиза­цияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына беренсел медицина-санитар ярҙамы ғына түгел, ә махсуслаштырылған һәм юғары технологиялы булышлыҡ та күрһәтеү. Беҙ мобилизацияланған кешеләрҙең ғаилә ағзаларынан бик күп мөрәжәғәт ҡабул иттек, улар менән бер нисә мәсьәләне өйрәндек тә инде. Өҫтөнлөклө медицина тәьминәтен ойоштороу буйынса эш бара, – тине ул.

Гөлнара Фаат ҡыҙы билдә­ләүенсә, поликлиникалар берке­телгән халыҡ араһында мохтаж­дарҙы үҙҙәре асыҡлай – медицина тикшереүе, скринингтар үткәрелә.

Психолог ярҙамы ла кәрәк

 

Махсус хәрби операцияға киткән хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзалары психологик ярҙамға ла мохтаж. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, бындай ярҙам 2000 ашыу кешегә талап ителгән. Психологик ярҙам һорап улар “Ғаилә” төбәк үҙәктә­ренә мөрәжәғәт иткән. Бынан тыш, ойошма белгестәре 1700 ихатаны ҡарап сыҡҡан. Мөрәжәғәт итеүсе­ләрҙең дөйөм һанынан 431 кешегә психотерапевтарҙың квалификациялы ярҙамы талап ителгән.

Республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова билдәләүенсә, психологик ярҙам – яугирҙәрҙең үҙҙәре һәм уларҙың яҡындары араһында ҙур һорау менән ҡулланылған хеҙмәт. Республика психотерапия үҙәге пациенттарҙы реабилитациялау өсөн бер нисә программа әҙер­ләгән.

– Амбулатор дауаланыу өсөн дә, стационарҙа ла программалар бар. Әммә һәр ваҡыт программа республика психотерапия үҙәгендә 14 көн дауамында стационар дауалауҙан башлана. Республика­быҙ буйынса психотерапия бүлек­сәләре селтәре бар. Барыһының да Өфөгә килеүе мотлаҡ түгел. Ярҙамдың был төрөнә улар республика биләмәһендә лә йәлеп ителгән, – тине Гөлнара Зиннурова.

Махсус брифингта газ сертификаттары хаҡында ла һөйлә­неләр. Был һорауға Башҡорт­остандың Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралығы етәксеһе Александр Аверьянов аңлатма бирҙе:

– Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса тейешле норматив-хоҡуҡи акттарға үҙгәрештәр индерелде, уларға ярашлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандарға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына йортҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырылыуы мөмкин. Бының өсөн билдәләнгән документтар пакеты менән республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Документтар араһында граждан­дың махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған документ булырға тейеш – был йә Оборона министрлығынан, йә Рәсәй гвар­дия­һынан белешмә. Республика халыҡҡа ярҙам үҙәге ошондай гражданды йәки уның ғаилә ағзаһын иҫәпкә ҡуя, һуңынан исемлектәрҙе беҙҙең идаралыҡҡа тапшыра. Дөйөм исемлек төҙөйбөҙ һәм газ үткәреү өсөн сертификат тапшырабыҙ.

Сертификаттың хаҡы 100 мең һум тәшкил итә, ғәмәлдә булыу ваҡыты – ике йыл.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: