Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2022, 17:30

Ҡырмыҫҡалыға форумға йыйылдылар

Районда “Минең кесе Ватаным – Атайсал” муниципаль форум үтә

Ҡырмыҫҡалыға форумға йыйылдылар
Ҡырмыҫҡалыға форумға йыйылдылар

 

Бөгөн, 9 декабрҙә, Ҡырмыҫҡалы ауылында уҙғарылған икенсе муниципаль форумда һигеҙ муниципалитеттан вәкилдәр ҡатнаша: Өфө ҡалаһы, Архангел, Ауырғазы, Благовар, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Шишмә һәм Өфө райондары.

Был сарала Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең Эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы докторы, «Вилюй» суднойөрөтөү компанияһының генераль директоры Михаил Малюшин һәм күрше район етәкселәре бар.

 Бөгөн Ватан Геройҙары көнө уңайынан форумдың рәсми ҡунаҡтары Бөйөк Ватан  һәм локаль һуғыштарҙа һәләк булған батырҙар иҫтәлегенә Ҡырмыҫҡалы ауылының Еңеү паркында сәскә һалды. Шулай уҡ “Аҡкүл” мәҙәниәт һәм ял паркында булдылар.  

- Был парк бер нисә этапта эшләнде. Уны башҡарыуҙа «Лениногорскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы етәксеһе, Ҡырмыҫҡалы районы меценанты Рафаэль Нурмөхәмәтов ҙур ярҙам күрһәтте. Ул район үҫеше өсөн беренсе йыл ғына булышлыҡ итмәй. Реконструкциянан һуң бында күл, прогулка һәм велосипед юлдары, эскәмйәләр барлыҡҡа килде. Паркта төрлө саралар һәм концерттар уҙғарыу өсөн сәхнә эшләнде, асыҡ һауа аҫтында тамамашасылар өсөн махсус урындар ҡоролдо. Резина япмалы ҙур балалар майҙансығы һәм заманса спорт майҙансығы ла барлыҡҡа килде. Парк  район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы үҙенә тартып тора. Ҙур район саралары хәҙер ошонда уҙғарыла, - тип һөйләне Әлфир Фәрхәт улы.

“Минең Кесе Ватаным – Атайсал” беренсе муниципаль форумы 18 ноябрҙә Асҡын ауылында уҙғарылғайны һәм үҙенең майҙансығында 500-ләп ҡатнашыусыны йыйҙы.

фото: "Кармаскалинская новь" гәзитенән. 

 

Ҡырмыҫҡалыға форумға йыйылдылар
Ҡырмыҫҡалыға форумға йыйылдылар
Ҡырмыҫҡалыға форумға йыйылдылар
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: