Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2022, 10:30

Айнурға - ағинәйҙән сергетыш

Ат йәнле Баймаҡ егетенә яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Айнурға - ағинәйҙән сергетыш
Айнурға - ағинәйҙән сергетыш

Күптән түгел Сибай ҡалаһы янындағы Төйәләҫ ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең туғандары һәм балалары менән осрашыу үткән. Сараның иң тулҡынландырғыс мәле урындағы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Римма Ғәзимованың 17 йәшлек Айнур Исхаҡовҡа үҙ ҡулы менән эшләгән сергетышты бүләк итеүе булған. 

Айнур Исхаҡов бәләкәйҙән, халыҡ телендә әйткәндә, "ат араһында" үҫкән егет. Иптәштәре Фидан Ниәтшин һәм Илмир Закиров менән ошо йәй Баймаҡ районында үткән "Башҡорт аты" фестивалендә тыуған районы командаһы составында ҡатнашҡан иң йәш бәйгеселәрҙең береһе. Бында уҙған "Ауҙарыш" ат спорты ярышында икенсе урын яулаған.

Сергетыш ҡотло булһын, Айнур менән уның атына яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Фото: "Сибайский рабочий" сайты.

Айнурға - ағинәйҙән сергетыш
Айнурға - ағинәйҙән сергетыш
Айнурға - ағинәйҙән сергетыш
Айнурға - ағинәйҙән сергетыш
Автор: Карима Усманова
Читайте нас