Башҡортостан Рәсәйҙең яңы биләмәләренә торлаҡты, юлдарҙы һәм социаль объекттарҙы тергеҙеүҙә етди ярҙам итә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Вместе: РФ" телекомпанияһы эфирында белдерҙе.
“Донбасс менән күптән дуҫбыҙ. 2014 йылдан түгел, унан да алдараҡ. Беҙҙең милли батырыбыҙ генерал Шайморатов 1943 йылда әлеге Луганск эргәһендәге һуғыштарҙа батырҙарса һәләк булған. Был дуҫлыҡ өсөн нигеҙ һалды. Ә инде улар ауырлыҡҡа дусар булғас, тулы көскә ярҙам итә башланыҡ. Айырыуса ҙур иғтибарҙы Луганск Халыҡ Республикаһындағы Красный Луч тораҡ пунктына бирәбеҙ. Унда социаль объекттарҙы тергеҙәбеҙ. Бер мәктәп төҙөнөк, тиҙҙән икенсеһе әҙер буласаҡ. Әллә күпме торлаҡ биналарын күтәрҙек. Ғөмүмән, Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары беҙҙең өсөн күптән яҡын төбәктәр”, – тип һөйләне Радий Фәрит улы.
Ул шулай уҡ Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан күсеп килгәндәрҙе ҡабул итеү буйынса әүҙем эш алып барылыуын билдәләне.
Фото: "Башинформ".