Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2022, 16:00

Кураторлыҡ проекттары уңышлы эшләй

Волга буйы федераль округы Советы ултырышында кураторлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралды.

Кураторлыҡ проекттары уңышлы эшләй
Кураторлыҡ проекттары уңышлы эшләй

9 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Волга буйы федераль округы кураторы Дмитрий Чернышенко һәм ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров алып барҙы.

Көн тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин тарафынан раҫланған кураторлыҡ институты сиктәрендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Ултырышта Игорь Комаров кураторлыҡ эшенең юғары әһәмиәтен билдәләне. "Округ төбәктәре менән берлектә төрлө өлкәлә социаль-иҡтисади үҫешкә йүнәлтелгән проекттарҙы әҙерләү, һайлау буйынса ҙур эш башҡарҙыҡ - транспортта, сәнәғәттә, туризмда, экологияла һәм башҡа тармаҡтарҙа. Кураторлыҡ институты булдырылғандан алып йыл ярым ваҡыт эсендә эшебеҙҙә өҫтөнлөклө бурыстар барлыҡҡа килде. Улар барлыҡ мөмкинлектәрҙе, көстө туплауҙы талап итә", - тине ул.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үҙ сығышында Волга буйы федераль округының быйыл өсөнсө квартал һөҙөмтәләре буйынса кураторлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙа барлыҡ федераль округтар араһында өс лидер иҫәбенә инеүен билдәләне. Ул төбәктәрҙе федераль министрлыҡ һәм ведомстволар менән әүҙемерәк эшләргә, дәүләт программалары, милли проекттар сиктәрендә берлектә финанслау варианттарын булдырырға саҡырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың сентябрендә Волга буйы федераль округы төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеш кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кураторлыҡ интитуты сиктәрендә тормошҡа ашырыу планлаштырылған бер нисә төбәк проекттарын күрһәтте. Уларҙы ҡарағандан һуң республикала сәнәғәт, мәғариф, экология, транспорт инфрастуктураһы һәм туризм өлкәһендәге ете төп проект хуплау тапты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: