Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2022, 14:15

Һәр тауыш мөһим

Иң күп тауыш йыйыусы “Рәсәйҙең йәштәр ҡалаһы” исемен яулаясаҡ.

Һәр тауыш мөһим
Һәр тауыш мөһим

Владивосток етеп кенә килә, шуға "Рәсәйҙең баш ҡалаһы" исеменә тауыш биреүҙә ситтә ҡалмайыҡ.

Новгород ҡалаһы йәштәренә һәм барлыҡ Волга буйы федераль округына Рәсәйҙең йәштәр үҙәге булырға ярҙам итәйек. Был киләһе йылда тиҫтәләгән кәрәкле һәм файҙалы программаларҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк, илдең төрлө төбәктәренән йәштәрҙе бер майҙансыҡта тупларға булышлыҡ ҡыласаҡ.

Шуға һәр кем Волга буйы федераль округы баш ҡалаһы өсөн маҡтаулы исем яулауға тауыш биреп өлөш индерә ала.

Билдәле булыуынса, быйыл Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ Рәсәй ҡалалары араһында “Рәсәйҙең йәштәр ҡалаһы” статусын алыуға тәүге тапҡыр конкурс иғлан итте. Түбәнге Новгород, Владивосток, Яңы Уренгой, Калининград, Мурманск, Тула, Красноярск беренселек өсөн көрәшә. Иң күп тауыш йыйыусы “Рәсәйҙең йәштәр ҡалаһы” исемен яулаясаҡ.

Тауыш биреү өсөн һылтанма: https://dom.fadm.gov.ru

Фото: put-okt.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: