Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Совет Федерацияһының “Вместе-РФ” телеканалына биргән интервьюһында 2022 йылға яҡынса йомғаҡтар яһаны һәм төбәк алдында торған төп бурыстарҙы билдәләне.
Өҫтөнлөкле йүнәлештәрҙең береһе – Донбасс халҡына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү. Башҡортостан был эште бер нисә йүнәлештә ойошторҙо: шефҡа алынған биләмә объекттарын тергеҙеү, гуманитар йөк ебәреү, мәжбүри күскенселәрҙе ҡабул итеү, ирекмәндәргә, төбәктең мобилизацияланған кешеләренә һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ ҡылыу.
"Өфөлә республика координация үҙәге булдырылды. Айына бер тапҡыр хәрбиҙәребеҙгә кәрәкле әйберҙәрҙән ике ҙур гуманитар ылау оҙатабыҙ. Рәсәйҙе һаҡларға киткән егеттәрҙең ғаиләләре тураһында ла хәстәрлек күрергә тейешбеҙ", - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.