Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2022, 13:30

Түбәнге Новгородтың еңеүе өсөн һәр тауыш мөһим!

Тауыш биреү бөгөн тамамлана - өлгөрөп ҡалайыҡ. Һылтанма - яҙмала.

Түбәнге Новгородтың еңеүе өсөн һәр тауыш мөһим!
Түбәнге Новгородтың еңеүе өсөн һәр тауыш мөһим!

“Рәсәйҙең йәштәр баш ҡалаһы” исеменә тауыш биреүҙә Түбәнге Новгородҡа Владивосток етеп кенә килә! Еңеү өсөн һәр тауыш мөһим.

Новгород ҡалаһы йәштәренә һәм барлыҡ Волга буйы федераль округына Рәсәйҙең йәштәр үҙәге булырға ярҙам итәйек. Был иһә киләһе йылда тиҫтәләгән кәрәкле һәм файҙалы программаларҙы тормошҡа ашырырға, илдең төрлө төбәктәренән йәштәрҙе бер майҙансыҡта тупларға мөмкинлек бирәсәк.

Теләгән һәр кем Волга буйы федераль округы баш ҡалаһы өсөн маҡтаулы исем яулауға тауыш биреп өлөш индерә ала.

Билдәле булыуынса, быйыл Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ Рәсәй ҡалалары араһында “Рәсәйҙең йәштәр ҡалаһы” статусын алыуға тәүге тапҡыр конкурс иғлан итте. Һәр ҡатнашыусы инновация идеяларын, проекттарын һәм сараларын күрһәтә алды. Беренселек өсөн Түбәнге Новгород, шулай уҡ Владивосток, Яңы Уренгой, Калининград, Мурманск, Тула, Красноярск көрәшә. Иң күп тауыш йыйыусы “Рәсәйҙең йәштәр ҡалаһы” исеменә лайыҡ буласаҡ.

Быйыл декабрҙә “Йәштәр ваҡыты” Бөтә Рәсәй йәштәр ҡаҙаныштары премияһының һөҙөмтәләрен йомғаҡлау тантанаһында еңеүсе иғлан ителәсәк һәм титул тапшырыласаҡ.

Тауыш биреү өсөн һылтанма: https://dom.fadm.gov.ru

Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: