Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға Баймаҡ районы халҡы ла даими ярҙам итеп тора. Күптән түгел улар өсөн махсус һатып алынған УАЗ автомобиле ебәрелгән. Был хаҡта Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
"Бөгөн Баймаҡ районы халҡы исеменән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ өсөн алынған УАЗ автомобиле гуманитар ярҙам менән ғәскәрҙәребеҙ урынлашҡан урынға оҙатылды", - тип хәбәр итә Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Илебеҙ өсөн оло һынау ваҡытында һәр район һәм ҡала халҡының ярҙам күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индереүе оло маҡтауға лайыҡ. Яугирҙәребеҙ тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтһын, йорт-ил тыныс булһын!
Фото Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.